Хеҙмәткә һәм үҙ-үҙеңде яҡларға әҙерһеңме?11.02.2015
Шәберәк, шәберәк! Йүгерәбеҙ, оҙонлоҡҡа һикерәбеҙ, кемуҙарҙан саңғыла уҙышабыҙ. “Ҡыйыуҙар һәм йылғырҙар”, “Спорт алмашсыһы”, “Көс һәм батырлыҡ” тигән яҙыуҙар дәрт-дарман өҫтәй. Мәктәп йылдарында ГТО нормаһын тапшырған ваҡыттар ана шулай күңелдә матур хәтирә булып уйылып ҡалған.

СССР-ҙа халыҡты спортҡа йәлеп итеү, уларҙа илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү маҡсатында ГТО нормалары 1931 йылда барлыҡҡа килгән. Совет осоронда 10 – 60 йәшлек граждандар автоматтан атыу, йүгереү, туп ырғытыу, велокросс һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса көс һынаша ине. Әммә оҙаҡ ваҡыт йәшәп килгән матур йоланы 1991 йылда “ерләп” ҡуйҙыҡ.
Рәсәй Президенты Владимир Путин балалар һәм үҫмер­ҙәр тормошона арналған бер кәңәшмәлә йәш быуындың йыш сирләүенә, халыҡты күпләп йәлеп иткән сараларҙың һирәк үтеүенә, бигерәк тә балалар спорты тирәләй хәл-тороштоң әллә ни үҙгәрмәүенә туҡталғайны. Һөҙөмтәлә былтыр 11 ноябрҙә ил башлығы ГТО комплексын тергеҙеү хаҡында ҡарар сығарҙы.
Әлбиттә, элеккеһе менән сағыштырғанда, уға күп кенә үҙгәреш индерелгән. Хәҙер балалар был система буйынса спорт менән алты йәштән шөғөлләнә башлаясаҡ. ГТО-ны киң йәйелдереү өсөн дүрт йыл самаһы ваҡыт кәрәк буласаҡ.








Вернуться назад