Балыҡтары уйнай, сәскәләре “күҙ ҡыҫа”11.02.2015
Балыҡтары уйнай, сәскәләре “күҙ ҡыҫа” Ҡайһы саҡта тынғылыҡ бирмәгән һөнәремә рәхмәт әйтеп ҡуям: ҡайҙа ғына илтмәй ҙә ниндәй генә һоҡланғыс, ғәжәйеп кешеләр менән осраштырмай! Ә инде улар янына оҫта ҡуллы һөнәрмәндәрҙе лә өҫтәгәндә...

Шундай талантлыларҙың береһе Темәс ауылында йәшәй. Геройымдың исеме Интернет сел­тә­рендә күптән инде бик популяр, уның һүрәт­тәренә, 3D иҙәндәренә ҡыҙыҡһыныу көндән-көн арта.
Һөнәрмәнде күреү, уның менән аралашыу теләге мине Башҡортостандың тәүге баш ҡалаһы Темәс тарафтарына илтте. Юлда уҡ Марат Ғафаров­тың ижад өлгөләрен күреп, уның матур­лығына һоҡланып барҙыҡ. Әйтәйек, рәссам­дың тәүге эштәренең береһе Баймаҡ ҡалаһын­дағы эшҡыуар Данияр Иҙрисовтың ҡапҡаһын биҙәй: егелгән пар ат төшөрөлгән был йорт күптән инде киң танылыу алған. Ситтән килгәндәр был урында туҡтап, мотлаҡ фотоға төшөп китә. Рәссам тыуҙырған мөғжизәләрҙе артабан Темәс урамдарында ла осраттыҡ.
Марат Алсынбай улы бәләкәйҙән һүрәт төшө­рөүгә маһир. Күберәк тәбиғәт темаһына өҫтөнлөк бирә. Ун ете йәшенән Темәс урман хужалығына рәссам ярҙамсыһы булып эшкә урынлашҡандан бирле, өс тиҫтә йылдан ашыу төрлө урындарҙа рәссам-биҙәүсе булып эшләй. Махсус белеме булмаһа ла, Хоҙайҙан бирелгән таланты ярҙамында үҙенә юл яра, киң билдәлелек яулай. Һуңғы йылдарҙа 3D форматындағы һүрәттәре сит илдәрҙә лә танылыу тапты. Дөрөҫ, хәҙерге заман ҡорамал­дары, алдынғы технологиялар ҡойма, гараж, ҡапҡаларҙы ғына түгел, хатта иҙәнде лә төрлөсә эшләү мөмкинлеген бирә. Ә инде ижадсының ҡулы ла тейһә, улар илаһи мөғжизәгә әүерелә. Тап Марат Ғафаровтың һүрәттәре кеүек. Ябай ҡылҡәләм һәм автоэмаль буяуы менән төшөрөлгән ижад емештәре һәр кемде һоҡлан­дыра, хатта күптәр, үҙ күҙенә ышанмайынса, һынландырылған йән эйәләрен һыйпап та ҡарай.
– 3D йүнәлеше буйынса эшләп ҡарау теләге күптән тыуғайны, – ти һәүәҫкәр рәссам Марат Ғафаров. – Бер саҡ ҡустым килде лә: “Ағай, иҙәнемә 3D һүрәте эшләп ҡара әле”, – тип тәҡдим итте. Был шөғөлгә ҡасан булһа ла тотонорға кәрәк бит тип ризалаштым. Эш уңышлы килеп сыҡты, ҡустыма ла, үҙемә лә оҡшаны. Был хаҡта белеп ҡалғас, Баймаҡтағы Данияр Иҙрисов та иҙәненә һүрәт төшөрөүемде һораны. Ғөмүмән, әлегә бындай йүнәлештә ике эшем бар, улар киң танылыу яуланы. Хатта сит илдәрҙән күпләп яҙалар, үҙҙәренә лә саҡыралар.
Оҫтаның күңелен ҡырған мәсьәләләр ҙә юҡ түгел. Мәҫәлән, ҡайһы берәүҙәр уның эштәрен урлап, Интернет селтәренә һала һәм үҙҙәрен автор тип иғлан итә, бәғзеләре рәссамдың һүрәт­тәрен үҙләштереп, төрлө конкурс­тарға ебә­рә. Хатта бер фирма, 3D һүрәтен реклама итеп файҙаланып, Марат Ғафаровтың эштәрен үҙ сайтына ҡуйған. Кемдеңдер әсе тир түгеп башҡарған хеҙмә­тенән үҙ файҙаһына аҡса һуғырға тырыш­ҡандар ҡайҙа ла табыла икән.
Марат Алсынбай улының пландары ҙур: килә­сәктә ижади өлгөләренән күргәҙмә ойошторорға хыяллана, 3D форматын камиллаштырып, яңы йүнәлештәр буйынса, шулай уҡ аэрография стилендә һүрәт төшөрөүҙе дауам итеү. Сәғүд Ғәрәбстанынан килгән саҡырыуға ла ыңғай яуап бирмәксе. Тынғыһыҙ ижадсының тик ултырырға һис тә ваҡыты юҡ, заказдар ҙа күп, үҙ маҡсаттары ла етерлек. Артабан да Темәс рәссамының яңы­нан-яңы эштәре хаҡында ишетербеҙ, һүрәттәрен күреп һоҡланырбыҙ.






Вернуться назад