Йылмайған Америка халыҡ шағирын йырлатҡанмы?11.02.2015
Йылмайған Америка халыҡ шағирын йырлатҡанмы? – 1997 йылда Америкала 33 илдән килгән яҙыусылар менән бергә ижади сәфәрҙә булырға тура килгәйне. 17 йылдан һуң унда йәнә барырмын тигән уй башыма инеп тә сыҡманы. Ейәнем Артур былтыр Америка Ҡушма Штаттарының Мичиган университетында уҡыу мөмкинлеге биргән грант отоп, йәйен океан аръяғына юлланды. Торараҡ ғаиләһен дә күсереп алды, ә инде былтыр 28 ноябрҙә ҡатыным Фәриҙә менән беҙ ҙә Детройтҡа барып төштөк, – тип башланы һүҙен Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев тәьҫораттары менән уртаҡлашыу маҡсатында уҙғарған кисәлә.
Мичиган ҡа­ла­һында 10 мил­­ли­он ке­ше йәшәй. Уҡыу йорто 250 квад­рат километр май­ҙан­да урын­лаш­ҡан икән. Унда донъя­ның төр­лө иле­нән 48 мең студент бе­лем ала, 10 мең­дән ашыу кеше эш­ләй. Китапханалары бик бай, баш­ҡорт әҙип­тә­ре­нең ижад емеш­тә­ре лә һаҡ­лана. Халыҡ шағиры унда үҙе­нең әҫәр­ҙәренең дә булыуына ғәжәпләне­үен йәшермә­не.
Шағир – ҡайҙа ла шағир. Рауил Төхвәт улы индеец­тар­ҙың резерва­ция­һы менән та­ныш­ҡан, күргәндәре ши­ғыр юл­да­рына һалынған. Фәндә төр­ки­ҙәр­ҙең күсенеп йөрөп, океан аръяғына барып сығыуы хаҡында фекер йәшәй. Ин­де­ец­тарҙың ҡайһы бер ҡәбилә­лә­рендә төрки һүҙҙәр һаҡланыуы быға бер дәлил дә булып тора. Кисәлә тәьҫо­раттар менән бер­гә әҫәрҙәр ҙә яңғырауы осра­шыу­ҙы тағы ла ҡы­ҙыҡлыраҡ, йәнлерәк итә.
– Тәбиғәткә, балаларға был илдә мөнәсәбәт бик яҡшы. Яңы йыл алдынан һәр сара бәлә­кәс­тәр ҡатнашлы­ғында үтә, – тине шағир, һоҡла­ны­уын белдереп.
Әлбиттә, был илдә ҡаршыңа ба­ры­һы ла йылмайып атлаһа ла, уларҙың ихласлығы самалы булыуы хаҡында ла әйтте әҙип. Һәр кемгә тыуған яғы, халҡы яҡын, Ватанында кешеләрҙең матур, асыҡ сырайлы, күҙҙәре нурлы булыуын да билдә­ләне. Фәһемле осрашыу хаҡында оҙон-оҙаҡ һөйләргә була, әммә сә­фәр барышында алып ба­рыл­ған көндәлектәрҙе көтәйек – улар баш­ҡорт матбуғатында донъя күрер. Илдәр гиҙеү, яңы кисе­реш­тәргә сорналыу ысын ижадсының күңел һәм зиһен донъяһын илһам­лан­дыр­май ҡалмаҫ.


Вернуться назад