Яңылыҡҡа юл яра11.02.2015
Яңылыҡҡа юл яра Чекмарев урамында бер белем усағы балҡый, ишектәре һәр ваҡыт асыҡ. Ошо йорттоң тупһаһы аша атлап ингәс, үҙеңде мауыҡтырғыс илгә эләккән кеүек хис итәһең. Был илдең үҙ йолалары, үҙенсәлекле тарихы бар. Әйткәндәй, ул тарих инде 75 йыл элек яҙыла башлаған.

Ысынлап та, Баймаҡтағы 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең тамыр­ҙары бик тәрәнгә барып тоташа. 1930-1931 йылдарҙа халыҡты уҡырға, яҙырға өйрәтеү маҡсатында эшләй башлаған ул. Бөтәһе 183 кеше белем алған, ә уҡы­тыусы­лар өсәү генә булған.
Йылдар үтте. Мәктәп эстән дә, тыштан да ныҡ ҡына үҙгәрҙе. Яңыса йыһаз­лан­дырылған кабинеттар, сәскәгә кү­мел­гән коридорҙар, ашханала ап-аҡ ашъяулыҡ ябылған өҫтәлдәр, йомшаҡ ултырғыстар – директорҙың күптәнге хыялы тормошҡа ашты. 33 йыл мәктәп етәксеһе булып эшләгән талапсан, белемле, һәләтле ойоштороусы Виталий Иванов коллективы менән юғары уңыш­тарға өлгәште. Белем усағы Башҡорт­останда ғына түгел, Рәсәй кимәлендә лә танылыу яуланы, халыҡ араһында, мәғариф өлкәһендә абруйы йылдан-йыл үҫте.
Беҙҙең коллектив күп яңылыҡтарға юл ярыусы: бе­рен­селәрҙән булып педагогик яҡтан яҡлау кластары асыу, Эльконин-Давыдов методикаһы буйынса үҫтереү алымдарын ҡулланыу, урыҫ кластарында уҡыған башҡорт балаларын әсә теленә өйрәтеп, башҡа милләт балаларына башҡорт теле дәрестәре, II кластан уҡ инглиз телен индереү, X клас­тан профилле белем биреүгә күсеү, шулай уҡ кадет кластары, юғары уҡыу йортона инеү өсөн әҙерлек курстары асыу һәм башҡалар – шуға асыҡ миҫал. 2000 йылда беренселәрҙән булып уҡыу­сыларҙың ғилми-тикшере­неү йәм­ғиәте ойошторолдо, шулай уҡ тәүгеләр­ҙән тик беҙҙә генә “Йәмғиәттең яңы кешеләре” тигән гәзит сығарыла башланы, ЮНЕСКО клубы ла эшләй, уҡыу йылы башында кисәләр, ә аҙа­ғында Мәктәп көнө үткәреү күркәм йолаға әйләнде.
Алты йыл рәттән “Йыл мәктәбе” район бәйгеһендә еңеү – коллективтың яҡшы эшләү һөҙөмтәһе. 2003 йылда Бөтә Рәсәй “Йыл мәктәбе” бәйгеһенең лауреаты булдыҡ, 2004-тә педагогик оҫ­талыҡ, ижади эшләү, күрһәткән уңыш­тар өсөн “Юғары категориялы мәк­тәп” һәм “Академик мәктәп” исем­дә­рен яуланыҡ, ә директорыбыҙ, Рә­сәй­ҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы В.Н. Ива­новҡа “Халыҡ педагогы” исеме бирелде.
Бөгөн мәктәп тураһында ғорурланып һөйләргә нигеҙ бар. Белем усағында 663 бала уҡый, улар менән ижади эшләгән, белемле, тәжрибәле, үҙ эшен яратҡан, за­ман менән бергә атлаған 44 педагог шө­ғөлләнә. Араларында Рә­сәй­ҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙан­ған уҡытыусы­лары, Рәсәйҙең почетлы мәғариф хеҙ­мәткәрҙәре, Башҡортос­тандың мәғариф отличниктары ла бихисап.
Үҙгәрештәр көнләп түгел, сәғәтләп, минутлап булып торған заманда йә­шәйбеҙ. Шуға күрә уҡытыусы үҙенең белем биреү кимәлен, оҫталығын күтә­реү өҫтөндә даими эшләй: квалифи­ка­цияһын камиллаштырыу курс­­та­рында уҡый, өр-яңы методик әсбаптарҙы әүҙем өйрәнә, һәр яңылыҡты эш процесына индерергә ынтыла.
Ғөмүмән, Баймаҡ ҡалаһының 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе – шәхестәр тәрбиәләүҙә алдынғы уҡыу йорто. Киләсәге тағы ла матурыраҡ буласаҡ уның. Ваҡыт уҙһа ла, белем усағы һаман үҫә, яңыра, ҡалабыҙҙың күрке булып ултыра.


Вернуться назад