Көрсөк тип зарланмайыҡ10.02.2015
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре менән осрашты. Эшлекле һөйләшеүҙә төбәк иҡтисадының киләсәге, йүнселдәрҙе арттырыу, уларға үҫеш өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу мәсьәләләре буйынса фекер алышыу булды.
Бөгөн Башҡортостанда 85 мең самаһы шәхси эшҡыуар, 40 мең бәләкәй һәм 300 урта предприятие иҫәпләнә. Бәләкәй ойошмаларҙа 300 мең тирәһе кешенең хеҙмәт итеүен күҙ уңында тотҡанда, был өлкәнең ни тиклем кәрәкле икәнен күҙалларға була. Шуға ла республика Башлығы һуңғы йылда үҙ эшен асыусылар артмауына борсолоуын белдерҙе.
Эшҡыуарҙар фекеренсә, һалымдың һәм кредит ставкаларының юғары булыуы, иҡтисадтағы билдәһеҙлек, власть тарафынан йүнселдәрҙең хоҡуғы боҙолоуы был тармаҡтың үҫешенә аяҡ сала.
– Яңыраҡ Өфөгә ил Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев килеп китте, – тине Рөстәм Зәки улы. – Уның менән иҡтисадҡа бәйле бик күп проблемалар хаҡында һөйләштек. Рәсәй Хөкүмәтенең көрсөккә ҡаршы ҡабул ителгән планы буйынса ла фекер алыштыҡ. Уға ярашлы, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәренә һалымды кәметеү күҙаллана.
Республика Башлығы шулай уҡ төбәктә иҡтисади хәлдең тотороҡло икәнлеген билдәләп үтте, төрлө мөһим төҙөлөштәрҙең дауам итәсәген, яҙғы сәсеүгә әҙерлек өсөн финанс мөмкинлектәре булыуын белдерҙе.