Мәскәүгә йөрөргә кәрәкмәй10.02.2015
Уҙған аҙнала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты эшмәкәрлеге менән танышты.

Институт директоры Мөхәррәм Бикбов төбәк етәксеһенә үҙҙәре алып барған ғил­ми һәм клиник эш һөҙөмтәләре, инсти­тут­тағы үҙенсәлекле ҡорамалдар, дарыуҙар хаҡында һөйләне. Ул Рөстәм Хәмитовҡа институт китапханаһында һаҡланған XIX быуаттың ҡайһы бер баҫмаларын күрһәтте. Республика Башлығы киләсәк быуындарға күрһәтеү өсөн уларҙың күсермәһен эшләргә, Мәскәүҙәге Дөйөм фәндәр буйынса ғилми мәғлүмәттәр институтының янған китапханаһына электрон фонд булдырырға ярҙам итергә кәңәш бирҙе.
Рөстәм Зәки улы күҙ мөгөҙсәһе һәм яҫмығы патологияһы бүлексәһендә офтальмология өсөн медицина әйберҙәре өлгөләрен эшләү буйынса инженер-конструктор бюроһын да ҡараны.
Башҡортостан Башлығы офтальмоло­гия­ның сит ил технологияларына һәм ҡорамалдарына бәйлелеге һәм инсти­туттың Рәсәйҙең Ћаулыҡ һаҡлау министр­лығы тормошҡа ашырған импортты ал­маш­тырыу буйынса программаларҙа ҡатнашыу-ҡатнашмауы тураһында ҡыҙыҡ­һынды. Мөхәррәм Бикбов был өлкәнең сит ил әйберҙәренә 60-70 процентҡа бәй­лелеге һәм институтта әлеге мәсьәләне хәл итеү маҡсатында эш барғанлығы хаҡында һөйләне. Єммә Рәсәй министр­лыҡтары һәм ведомстволарының конкурс программаларында ҡатнашыу оҙаҡ ваҡыт, хатта ике-өс йыл талап итә. Рөстәм Хәмитов был хаҡта Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведевтың Өфөгә эш сәфәре барышында һөйләшеү булғанлығы тураһында әйтте.
Артабан Рөстәм Хәмитов академик С.Н. Федоров исемендәге «Күҙ микро­хирургияһы» тармаҡ-ара ғилми-техник комплексының генераль директоры Александр Чухраев, Башҡортостандың Фәндәр академияһы президенты Рәмил Бәхтизин һәм Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тик­шеренеү институты директоры Мөхәррәм Бикбов менән офтальмологик ярҙам күрһәтеү һәм республикала фәндең үҫеше тураһындағы мәсьәләләр хаҡында һөйләште.

* * *

Өфөлә үткән «Күреү тураһында» ғилми-ғәмәли конференцияһы офтальмо­логтарҙың эндокринологтар менән бергә осрашып, ике тармаҡ белгестәрен дә борсоған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеүе йәһәтенән үҙенсәлекле булды.
– Башҡортостанда йәшәүселәргә сирҙе дауалау өсөн Мәскәүгә йәки Санкт-Петер­бургҡа барырға кәрәкмәй. Үҙегеҙҙә бына тигән институт бар. Өҫтәүенә ул яҡын киләсәктә тағы үҫәсәк әле, – тине академик С.Н. Федоров исемендәге «Күҙ микро­хирур­гияһы» тармаҡ-ара ғилми-техник комплексының генераль директоры Александр Чухраев сараны асҡанда.
Республиканың баш эндокринологы, Башҡортостан дәүләт медицина универ­ситетының эндокринология кафедраһы мөдире, медицина фәндәре докторы, профессор Т.В. Моругова шәкәр диабеты, күҙ ауырыуҙары хаҡында һөйләне. Конференцияла шулай уҡ Өфө – Мәскәү теле­бәйләнеше ойошторолдо. Унда диабет институты директоры М.В. Шеста­кованың һәм башҡаларҙың сығышы тыңланды.




Вернуться назад