Китап йәрминкәһенә рәхим ит!10.02.2015
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте Әҙәбиәт йылына бағышлап республиканың көньяҡ-көнсығышындағы ҡала һәм райондарҙа китап күргәҙмә-сауҙаһын ойоштора.

Баймаҡта бындай сара 10 февралдә уҙа. Нәшриәт хеҙмәткәрҙәре был районда Әҙәбиәт йылын асыу тантанаһында ла ҡатнашасаҡ. Сара барышында 2014 йылда донъя күргән «Хөкүмәт рәйесе. Зекериә Аҡназаров» китабының исем туйын үткәреү күҙаллана. 11 февралдә Әбйәлил районының Асҡар һәм Баймаҡ районының Темәс ауылдары халҡы яңы баҫмалар менән танышасаҡ. 12 февралдә Бөрйән районы үҙәге Иҫке Собханғол ауылының мәҙәниәт һарайы фойеһында китап күргәҙмә-йәрминкәһе ойошторола. Унда Мостай Кәримдең, Ноғман Мусиндың әҫәрҙәре, «Йәш тауыштар» серияһынан китаптар, балалар баҫмалары тәҡдим ителәсәк.
Һатыуҙағы әҙәбиәт араһында СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова һәм күренекле дәүләт эшмәкәре Зекериә Аҡназаров хаҡында китаптар, «Бөгөнгө Төркөстан һәм уның яңы тарихы», «Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында» тигән баҫмалар; башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың тыуыуына 260 йыл тулыуға арналған «Бөйөк Салауат» йыйынтығы; «Урал батыр» эпосы (башҡорт, рус, инглиз һәм француз телдәрендә); мосолман, йыртма, мәктәп календарҙары; уҡыу һәм методик әсбаптар бар.
Күргәҙмә-йәрминкәләрҙе үткәреү урыны һәм ваҡыты тураһында ту­лыраҡ мәғлүмәтте район гәзиттәренән уҡып белергә мөмкин, тип хәбәр иттеләр нәшриәттән.




Вернуться назад