Еңеү байрамына – яңы миҙал10.02.2015
Еңеү байрамына –  яңы миҙал Башҡортостанда йәшәүсе һуғыш һәм тыл ветерандарына Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы юбилей миҙалдары тапшырыласаҡ.

2013 йылдың декаб­рендә Рәсәй Президенты Владимир Путин «1941—1945 йылдар­ҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 70 йыл» юбилей миҙалын булдырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйғайны. Уға ярашлы, был награда менән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрбиҙәр, партизандар, тыл эшсәндәре, концлагерь тотҡондары бүләкләнәсәк.
Юбилей миҙалының диаметры — 32 миллиметр, ул көмөш төҫөндәге металдан эшләнгән. Миҙалдың алғы яғында күп төҫлө I дәрәжә Ватан һуғышы ордены билдәһе төшөрөлгән, икенсе яғында «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 70 йыл» тип яҙылған.
Башҡортостандың Хеҙ­мәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғ­лүмәт­тәре буйынса, республикала 69 меңгә яҡын ветеран йәшәй, шуларҙың 65 меңгә яҡыны награда аласаҡ. Өфөлә 15 мең ветеранға юбилей миҙал­дарын тапшырыу күҙаллана.
Юбилей миҙалы алыусы­ларҙың тулы исемлеге менән республиканың Хеҙмәт һәм ха­лыҡты социаль яҡлау министр­лығы сайтында танышырға мөмкин.







Вернуться назад