– Өләсәйемдең “кейәүгә сығыр алдынан буласаҡ ҡайныңа ҡара: ул ниндәй, балаһы ла шундайҙыр” тигән нәсихәтенә тоғро ҡалдым, – тип шыжлап ултырған самауырҙан сәй яһауын дауам итте Эльмира ханым. Биш йәшлек Наҙгөлдөң әсәһе эргәһендә орсоҡ кеүек әйләнеүе, һәр йомошто үҙе белеп башҡарыуы ғына ла ғаиләлә нәфис зат менән ир-аттың килешеп көн итеүен белдергәндәй. Ысынлап та, йорт хужаһы Илһам Хәлитов, ирлек, атайлыҡ бурыстарын лайыҡлы атҡарып, ҡатынына ла, ғаиләлә тәрбиәләнгән дүрт балаға ла ныҡлы ышыҡ, яҡлау булдырған.Намыҫлы, тырыш хеҙмәткә ынтылыш өҫтәлдәге башҡорт балы, ҡорото, бишбармағы, бауырһағы, йөрәктең йылыһы, мөхәббәттең сафлығы, балаларҙың уңғанлығы менән биреләлер, күрәһең. Оло Ҡарамалы ауылында төпләнгән Эльмира менән Илһам Хәлитовтар умартасылыҡ менән шөғөлләнә, хәләл ризыҡ ейеп донъя көтә. Ғаиләнең төп кәсебе тарихы бик фәһемле. Илһам Ильяс улы 1993 йылда Рәис Аҙнабаев, Марат Шакиров атлы умартасыларҙа ярҙамсы булып йөрөй. Тәжрибәле ағайҙарҙан төплө белем, оҫталыҡ дәрестәре алыу бәхете тейә уға. Бер аҙ ваҡыт үткәс, Рәис ағаһы Илһамдың иңенә бик яуаплы бурыс һала – бер умарта бүләк итә лә эшмәкәрлек даирәһен киңәйтергә тәҡдим яһай. Ошо көндән башлап Хәлитовтар ғаиләһе ең һыҙғанып боронғо шөғөлгә тотона. Әле Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһында белем эстәгән Ирина ла, Башҡортостан дәүләт аграр университетында уҡып йөрөгән еренән үҙ теләге менән хәрби хеҙмәткә юлланған Илнар ҙа еңел булмаған бал эшен татып, уртаҡ уңышҡа ҙур өлөш индереп өлгөргән.
Хәлитовтар ғаиләһендә оло йәштәгеләргә ҡарата ихтирам, уларҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалыу тәүге урында тора.
– Иглин балалар йортонан Алешаны (хәҙер – Айнур) тәрбиәгә алыу тураһында әллә ни уйламай ҙа инек, – ти Илһам Ильяс улы. – Әсәйемдең изге ниәт менән биргән кәңәшен тыңлап барҙыҡ был аҙымға. Хәҙер 1-се класта уҡыған улыбыҙ өсөн һөйөнөп, уны яратып туймайбыҙ. Беҙгә – шатлыҡ, ә ҡыҙыбыҙ Наҙгөлгә иптәш булды, – тип ҡыуаныстарын уртаҡлаша Эльмира менән Илһам.
Уңған ғаилә башлығы заманында дәүләт эшендә йөрөгән, бөгөн иһә 100 умартаны ҡарау менән бер рәттән мал тота, баҡса үҫтерә. Ауыл кешеһенең, айырыуса ҡортсоноң эше йыл әйләнәһенә туҡтамай, көн дә физик һәм рухи көс талап итә.
– Ләмәҙ балы булараҡ дан ҡаҙанған татлы аҙыҡты баҙарға сығарыу, һатыу нисек бара? – тигән һорауға Илһам Ильяс улы: “Бар эште Интернет боҙҙо”, – тип яуапланы. Элегерәк уларға Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһынан, үҙебеҙҙең Сибай яҡтарынан да һатып алыусылар килгән, хәҙер иһә, өйрәнгәндәр тоғро ҡалһа ла, яңы клиенттар Интернет аша сифаты тикшерелмәгән, осһоҙораҡ хаҡ ҡуйылғанына алданып, республика райондарындағы таҙа, тәбиғи тауарға килеп етмәй.
– Умартасыларҙы арттырыу өсөн тәүҙә балды лайыҡлы хаҡҡа һатырға, килем алыу яғын хәл итергә кәрәк, – ти Эльмира ханым. Ләмәҙ тарафтарында ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгәндәрҙең байтаҡ икәнлеге, тик тауарҙы күмәртәләп һатыуҙы, тапшырыуҙы көйләгән үҙәк йә ойошма булмауы ғына эште тотҡарлауы асыҡланды әңгәмә барышында.
Ысынлап та, башҡорт халҡын бар донъяға танытҡан, борон-борондан табында ла, дауалауҙа ла күп ҡулланылған балды етештереү, унан килем алыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылһа, был Башҡортостан эшҡыуарҙары өсөн бынамын тигән илһам һәм килем сығанағына әйләнер ине.