Ҡайҙа нисек?10.02.2015
lБөйөк Британияла йорт хайуанын, атап әйткәндә, бесәй йәки этте машинаһы менән бәрҙерткән водителгә кеше тапатҡан осраҡтан да ҙурыраҡ штраф һалалар. Хоҡуҡ һаҡлау органдары фекеренсә, хайуандар үҙ-үҙҙәрен яҡлай алмай, етмәһә, юл ҡағиҙәләрен дә белмәй.
lБерләшкән Ғәрәп Әмирлек­тәрен­дә юл ҡағиҙәләрен боҙоусыларға иң ҡаты яза – ҡамсы менән һуҡтырыу.

lМексикала ишәккә ултырып йөрөр­гә теләгәндәрҙең дә мотлаҡ водитель таныҡлығы булырға тейеш. Ҡәҙимге документтарҙан айырмалы, унда хужа­ның да (водителдең), ишәктең дә фотоһы ҡуйыла.

lМексиканың бәләкәй ҡалалары­ның береһенә ингән ерҙә шундай яҙыу бар: “Водитель! Рулдә иғтибарлы бул – ҡалала врачтар ҙа, дауахана ла, медикаменттар ҙа юҡ!”

lАмериканың Калифорния шта­тын­да тиҙлекте арттырған водител­дәргә шундай хөкөм сығаралар: штраф йәки административ ҡулға алыу урынына ғәйепләнеүсе мәйетханаға барыр­ға те­йеш. Бында иһә уны юл-транспорт фажиғәһендә һәләк булған­дар менән “осрашыу” көтә.


Вернуться назад