Аптечкала нимә булырға тейеш?10.02.2015
Аптечкала нимә булырға тейеш? “Һуңғы йылдарҙа автомобиль аптечкаһына ҡарата ла яңы талаптар үҙ көсөнә инде. Шулар тураһында аңлатыбыраҡ яҙығыҙ әле. Йыйылмала нимәләр булырға тейеш?”

Айҙар МОРАТШИН.

Йылайыр районы.

Ғөмүмән, был мәсьәләгә бәйле артыҡ борсолаһы түгел, дарыуханаға бараһың да, комплектланған аптечканы һатып алаһың. Тик шуны белеп ҡуйығыҙ: тәүге ярҙам күрһәтеү ҡумтаһында йәрәхәттәрҙе бәйләү өсөн ун материал, шул иҫәптән бинттар һәм йәбешкәк пластырҙар бу­лырға тейеш. Ә дарыуҙар аптечкала бө­төнләй юҡ, хатта нашатыр спирты менән «зеленка» ла.
Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, аптечканың ике төрө тәҡдим ителә. Тәүгеһе еңел автомобиль пассажирҙарына булһа, икен­сеһе күпләп кеше ташыусы транспорт сараларына тәғәйенләнгән. Төп айырма — медикаменттарҙың һанында, ә ассортимент шул уҡ. Үрҙә телгә алыуыбыҙса, ҡумтала дарыуҙар юҡ, әммә был кәрәкле дарыуҙарҙы үҙегеҙгә өҫтәп һалырға ярамай тигәнде аңлатмай.
Яңы аптечкаларҙы туплаусылар Европа илдәре тәжрибәһенә таяна һәм, мәҫәлән, активлаштырылған күмерҙе, аспиринды юл фажиғәһендә зыян күреү­сегә иң кәрәклеһе тип һанамай. Бинт­тар­ҙың ни өсөн һалынғаны аңла­шы­лалыр. Әммә йод менән корвалол ни өсөн был исемлектән төшөп ҡалған – билдәһеҙ.
Бәйләү материалдары, жгут, бирсәт­кә­ләр, ҡайсы һәм яһалма тын алыу ҡора­малынан тыш, беренсе ярҙам ҡумтаһына ҡыҫҡаса ғына инструкция ла һалынырға тейеш.
Әйткәндәй, ЮХХДИ инспекторы, авто­мобилегеҙҙең документтары тәртиптә булған хәлдә лә, аптечкағыҙҙы тикше­рергә хоҡуҡлы. Унһыҙ машинаны файҙа­ланыу тыйыла. Аптечка булмаған, ме­дикаменттарҙың яраҡлылыҡ ваҡыты үткән йәки ҡумта тейешенсә тултырыл­маған осраҡта яза ҡаралған: иҫкәртеү йәки 500 һум штраф.


Унда нимәләр бар?

– Ҡан ағыуын туҡтатыусы жгут;
– стерилләнмәгән 5 бинт (5х5 см, 5х10 см һәм 7х14 см);
– стерилләнгән 5 бинт (5х7 см, 5х10 см, 7х14 см);
– стерилләнгән бер бәйләү пакеты;
– стерилләнгән бер марля салфетка;
– бактерияларҙан һаҡлаусы 12 йә­бешкәк пластырь;
– бер рулон ябай йәбешкәк пластырь;
– бер «Ауыҙ – ҡорамал – ауыҙ» яһалма тын алыу ҡорамалы;
– бер пар медицина бирсәткәһе;
– ҡайсы.


Вернуться назад