Яғыулыҡты күп “ашаһа”...10.02.2015
Яғыулыҡты  күп “ашаһа”... Автомобилдең яғыулыҡ сарыф итеү күләме уны төҙөүсе компания белдергән күләм менән бер ҡасан да тура килмәй. Ғәҙәттә, техник ҡылыҡһырламаға индерелгән был күрһәткестәрҙең тормошта бер нисә тапҡырға артып китеүе лә ихтимал. Ни өсөн машинаның яғыулыҡты сарыф итеү күрһәткесе ысынбарлыҡтан тайпыла? Бының бер нисә сәбәбе бар.


Беренсеһе. Машинаның техник ҡылыҡһырламаһы табли­цаһына индереләсәк һандарҙы алыу өсөн автомобиль махсус полигондарҙа һынау үтә. Ә унда юл тип-тигеҙ, машинаға резиналарҙың ”иң-иң”дәре һайлана, ә көн торошо тураһында әйтеп тораһы ла түгел.
Икенсеһе. Һынау үткәреүсе тәжрибәле тест-пилоттар яғыу­лыҡты мөмкин тиклем һаҡсыл тотонорға тырыша.
Өсөнсөһө. Тест мәлендә машинаның эсендә водител­дән башҡа бер кем дә, бер нәмә лә булмай, йәғни ул буш, ошо фактор һандарға, әлбиттә, йоғонто яһамай ҡалмай.
Был шарттарҙың барыһын да ҡәҙимге тормошта теүәл генә үтәп булмай, йәғни бөтөнләй үтәрлек түгел.
– Автомобиль һатып алырға йыйынған кешегә заводтың автомобилдең яғыулыҡты сарыф итеү күрһәткесен һәр саҡ ыңғай яҡҡа тырыштырып теркәүен күҙ уңында тотоу зарур, – ти автоэксперттар. Ул һандарҙы 1,5 тапҡырға ҡабатларға кәрәк. Водителдең машинаны йөрөтөү тәжрибәһе лә “тимер ат”тың ”нәфсеһенә” йоғонто яһай.
Автомобилдең ”нәфсеһе” тағы нимәгә бәйле?
2 проценты – багажниктағы артыҡ 50 килограмм йөккә.
8 – 10 проценты – тулы ҡеүәткә тоҡандырылған кондицио­нерға.
4 проценты – юғары тиҙлек менән барғанда асылған тәҙрәләргә, шулай уҡ тәгәрмәстәге тындың аҙ булыуына.
5 проценты – двигатель йылынып бөтмәгән көйөнсә йөрөүгә.
3 проценты – тоҡандырылған фара менән йөрөүгә.
30 – 40 проценты – әгәр прицеп тағылһа.
Һауа фильтрының бысраныуы (ул моторҙың эшләүен көйһөҙләй, бензинды күберәк сарыф иттерә), тормозға баҫыу, разгон алыу, шәп тиҙлек (юғары һауа ҡаршылығы), машинаның ауырлығы (ҙурыраҡ булған һайын), автомобиль түбәһенә ҡуйылған багажниктың юғары аэродинамик ҡаршылыҡ тыу­ҙырыуы, машинаның аҫтына бысраҡ һәм конденсат ултырыуы яғыулыҡты күберәк “ашата”.


Вернуться назад