Баҫҡыстарын бутаған...10.02.2015
Баҫҡыстарын бутаған... Былтыр йәйге каникулдың тәүге көнөндә улымды машина тапатты. Мәктәп лагерында саҡта класташтары менән киноға барғанда булды был хәл. Бер ҡатын автомобиленә идара итә алмаған да тротуарҙан китеп барған балаларҙың өҫтөнә барып менгән. Улымды, тағы өс класташын төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға алып киттеләр. Башта ҡатын үҙенең был ҡылығын “Абайламай ҡалдым” тип аңлатты. Йөҙгә яҡын бала (араларында параллель класс уҡыусылары ла бар), уларҙы оҙата барған 13 уҡытыусы... Шул тиклем халыҡты нисек абайламаҫҡа мөмкин?! Аҙаҡ асыҡланыуынса, газ менән тормоз педалдәрен бутаған икән.


Юл-транспорт ваҡиғаһында ғәйепле ҡатынға ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре шунда уҡ медицина экспертизаһы үткәртте. Һөҙөмтә – айныҡ. Алкоголь ҡулланма­ған, ҡанында наркотик, психотроп мат­дә­ләр ҙә юҡ. Тәжрибәһе лә етерлек ке­үек – водитель стажы 30 йылдан ашыу. Баҡ­тиһәң, бер ай элек ире үлеп ҡалған икән. Ханым ҡайғыһын антидепрессанттар менән баҫҡан. Һөҙөмтәлә ни айныҡ, ни иҫерек... Иң ҡыҙғанысы – был осраҡ­та закон көсһөҙ. Сөнки ҡатын спиртлы эсемлектәр ҡулланмаған, тиҙлекте арт­тырмаған, ҡаршы яҡ юлға сыҡ­маған... Тротуарҙағы балаларҙы ғына бәр­ҙерт­кән. Ҡатын 2000 һум штраф менән ҡотолдо.
Юл ҡағиҙәләрендә стресҡа ҡағылыш­лы бер статья ла юҡ. Ә бит, белгестәр фекеренсә, эске көсөргәнеш водител­дәр­ҙең кәйеф-хәленә йоғонто яһай, юл-транспорт фажиғәләренең артыуына ла сәбәп. Хатта саҡ ҡына сирләп торғанда ла йәйәү йәки йәмәғәт транспортында йөрөү отошло. Статистика мәғлүмәт­тә­ренән күренеүенсә, ОРВИ һәм ОРЗ сир­ҙәре рулдә ултырыусының иғтибарын шул тиклем ныҡ кәметә, хатта был хәлде белгестәр кешенең ҡанындағы алкоголь күләменең 0,5 – 0,7 промиллегә тиң булыуы менән сағыштыра.
Ошоға бәйле Рәсәйҙең Дәүләт авто­инспекцияһы водителдәргә юлда стрес­ты еңеү һәм күңел тыныслығын һаҡлап ҡалыу буйынса бер нисә файҙалы кәңәш әҙерләгән.
– Тәрән итеп һулыш алығыҙ һәм тын­ды яйлап ҡына кире сығарығыҙ. Ҡатмар­лы булмаған был күнекмәне өс – биш тапҡыр ҡабатларға кәрәк.
– Стресты, артыҡ ҡуҙғыусанлыҡты клас­сик музыка, халыҡ йырҙары һәм тәбиғәт тауыштары (диңгеҙ, ямғыр, ҡоштар) кәметә ала. Кәйефте шулай уҡ ритмлы көйҙәр, еңелсә поп-музыка күтәрә.
– Үҙегеҙ менән һәр саҡ аскорбин кислотаһы йөрөтөгөҙ: әгәр күҙ алдығыҙ томаланып йә иһә башығыҙ әйләнеп китһә, бер нисә витамин «төймә»һен йотоғоҙ.
– Рулдә оҙаҡ ултырыу иғтибарҙы кә­метә, шуға ла табиптар машинаны 1,5 сә­ғәттән дә ашыу ялһыҙ йөрөтмәҫкә кәңәш итә. Туҡталыштарҙа ябай физик күнегеүҙәр яһау файҙаға ғына. Мәҫәлән, «тығын»дарҙа башты уңлы-һуллы борғо­лап алырға мөмкин.
Яңы программаға ярашлы хәҙер автомәктәптәрҙә буласаҡ водителдәр психология фәнен дә үҙләштерә. Бынан тыш, улар мотлаҡ психологик тренинг­тарға йөрөргә тейеш. Төрлө хәлдә юлда үҙеңде нисек тоторға, водителдәр һәм йәйәү йөрөүселәр менән мөнәсәбәт, бер-береңде хөрмәт итергә өйрәнеү, эске кө­сөргәнештән ҡотолоу юлдары... Әл­бит­тә, быларҙы бер нисә сәғәт эсендә генә, аҡыллы китаптарҙы уҡып ҡына үҙләш­терә алырҙармы-юҡмы? Әммә шайтан ғына өмөтһөҙ. Ә бына антидепрессант­тарға килгәндә, был осраҡта ниндәйҙер ҡатыраҡ яза ҡулланырға күптән ваҡыт. Юҡһа, ни иҫерек, ни айныҡ водител­дәрҙең ни ҡылырын кем белә...


Вернуться назад