Республика Башлығына нисек мөрәжәғәт итергә?07.02.2015
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитовҡа һәм республика Башлығы Хакимиәтенә хат яҙыр алдынан түбәндәге мәғлүмәт менән танышыуығыҙҙы һорайбыҙ.
1. Мөрәжәғәтте почта аша йәки электрон төрҙә ебәрергә мөмкин.
Хатты ебәреү өсөн почта адресы:
450101, Өфө ҡалаһы,
Туҡай урамы, 46.
2. Республика Башлығы Хакимиәтенә ебәрелгән хаттар Граждандарҙың һәм ойошмаларҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү идаралығына тапшырыла.
3. Мөрәжәғәтегеҙ 2006 йылдың 2 майындағы “Рәсәй Федерацияһы граждандарының мөрәжәғәттәрен ҡарау тәртибе тураһында”ғы 59-сы Федераль законға ярашлы ҡарала.
4. Мөрәжәғәтте яҙғанда тексын асыҡ һәм аңлайышлы итеп төҙөргә кәрәк. Был уны эшкәртеүҙе һәм яуап биреүҙе тиҙләтәсәк.
5. Граждандың фамилияһы, исеме, атаһының исеме, шулай уҡ тулы почта адресы йәки электрон почта адресы күрһәтелмәгән хаттар ҡарауға ҡабул ителмәй. Уларҙың иғтибарға алыныуы ғына ихтимал. Бындай мөрәжәғәттәргә яуап бирелмәй.
6. Шул да мәғлүм булһын: әҙәпһеҙ йәки кәмһетеүле һүҙҙәр яҙылған, вазифалы кешенең, уның ғаилә ағзаларының ғүмеренә, һаулығына һәм мөлкәтенә янаған һөйләмдәрҙән торған хаттар, тексын уҡып булмаҫлыҡ, аныҡ белдереүҙе, ялыуҙы, тәҡдимде үҙ эсенә алмаған, шулай уҡ республика Башлығына йәки уның Хакимиәтенә тәғәйенләнмәгән мөрәжәғәттәр ҡабул ителмәй.
7. Электрон мөрәжәғәтте ебәрерҙән алда анкетаны тултырырға кәрәк. Уның ҙурлығы 2 000 билдәнән артмаҫҡа тейеш. Шулай уҡ күләме 1 мегабайтҡа тиклемге txt, doc, docx, jpg форматтарындағы файлдарҙы беркетергә мөмкин.
8. Сайттағы форманы дөрөҫ тултырып ебәргәндән һуң, үҙегеҙ күрһәткән электрон почта адресына һылтанма менән хат киләсәк. Уның буйынса мөрәжәғәтте ебәреүегеҙҙе раҫларға кәрәк.
9. Мөрәжәғәтте теркәгәс, хаттың электрон төрҙә ҡарауға ҡабул ителеүе хаҡында белдереү киләсәк.
10. Электрон төрҙә ебәрелгән мөрәжәғәт авторының шәхси мәғлүмәттәре федераль ҡануниәт талаптарын үтәп һаҡлана һәм эшкәртелә.
11.Суд ҡарарҙарына ялыу итеүгә ҡағылған мөрәжәғәттәрҙе ебәргәндә шуны иғтибарға алыу шарт:
Суд ҡарарҙарын баһалау, ҡайтанан ҡарау, уларға ялыу итеү йәки дәғүә белдереү Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте компетенцияһына инмәй. Суд власы органдары үҙаллы һәм закондар сығарыу йәки башҡарма власҡа буйһонмай. Уларҙың ҡарарҙарына закон менән билдәләнгән процессуаль тәртиптә ялыу итергә мөмкин. Ғәмәлдәге ҡануниәт суд эшмәкәрлегендә ҡатнашыуҙы тыя.
12. Дәүләт органдарына мөрәжәғәт итеү хоҡуғынан насар ниәттә файҙаланыу тыйыла. Ҡануниәттә йәмәғәт мөнәсәбәттәренең был өлкәһендә яуаплылыҡ билдәләнә. Мөрәжәғәттә күрәләтә ялған мәғлүмәт килтергән осраҡта, дәүләт органы, урындағы үҙидара органы йәки вазифалы кеше тарафынан уны ҡарауға бәйле сығымдар суд ҡарарына ярашлы мөрәжәғәтте яҙған граждандан түләтелеүе ихтимал (59-сы Федераль закондың 16-сы статьяһындағы 2-се пункт).
13.Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2013 йылдың 18 ғинуарындағы Указына ярашлы, “Башҡортостан Республикаһы власть органдарының электрон ҡабул итеү бүлмәһе” сайты асылды. Ул Интернет селтәре аша республикалағы дәүләт һәм урындағы үҙидара органдарына граждандарҙың мөрәжәғәттәрен берҙәм тапшырыуҙы ойоштороу өсөн тәғәйенләнә.
Граждандарҙың мөрәжәғәттәренә бәйле белешмә алыу өсөн телефон:
+7 (347) 280-81-06.