Әҙибәнең рухы ҡыуанғандыр07.02.2015
Районда Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияны тапшырыу тантанаһы булды. Сираттағы наградаға Әхмәт Искәндәров менән Ғәлиән Хәсәнов лайыҡ булды.
Лауреаттарҙың беренсеһенә килгәндә, ул – филология фәндәре кандидаты, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Зәйнәб Биишева исемендәге хәйриә фонды етәксеһе. Атап әйткәндә, Әхмәт Искәндәров әҙибәнең әҫәрҙәрен яңынан баҫтырып сығарыу, Туйөмбәт ауылындағы йорт-музейҙы һәм Күгәрсен районының Мораҡ ауылында яҙыусының бюсын ҡуйыуҙы ойоштороу йәһәтенән байтаҡ эш башҡарған.
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы Ғәлиән Хәсәнов иһә Күгәрсен төбәге, уның Йомағужа, Тәүәкән, Сапыҡ, Туйөмбәт ауылдарының тарихына арналған китаптар, брошюралар сығарыуға, Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 100 һәм 105 йыл тулыуға ҡарата буклеттар эшләүгә тос өлөш индереүе менән билдәле.
Быйылғы премияны тапшырыу районда Әҙәбиәт йылын асыу тантанаһына тура килде. Йола буйынса ҡунаҡтар иң тәүҙә яҙыусының тыуған ауылы Туйөмбәттә урынлашҡан йорт-музейында булды. Унан Мәҡсүт ауылы мәҙәниәт йортонда тантаналы сара уҙҙы. Зәйнәб Биишеваның шиғырҙарына ижад ителгән йырҙарҙан, йылы хәтирәләрҙән тупланған кисәнән һуң әҙибәнең тормошона һәм ижадына арналған документаль фильм күрһәтелде.