Һөҙөмтәле файҙаланылырға тейеш07.02.2015
Быйыл республикаға мәктәпкәсә белем биреү тармағын яңыртыу өсөн федераль ҡаҙнанан 300 миллион һум аҡса бүленәсәк.
“Мәғарифты үҫтереү” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында 2013 – 2020 йылдарға иҫәпләнгән 10 миллиард һумлыҡ был субсидия Рәсәйҙең 85 төбәгенә бүленгән. Ил Хөкүмәте сайтында аҡсаны биреү тәртибе буйынса ҡарар һәм бойороҡ баҫылған.
Бүленгән ярҙам балалар баҡсаларында өҫтәмә урын булдырыуға, яңы биналар төҙөүгә, иҫкеләрен яңыртыуға, төҙөкләндереүгә һәм башҡа һөҙөмтәле маҡсаттарҙа файҙаланылырға тейеш.