Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов Өфөлә граждандарҙы ҡабул итте. Берәүҙәр унан мөһим проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа булышлыҡ күрһәтеүен һораһа, икенселәр төрлө сараларҙы ойоштороуҙа баш тартмаған өсөн ысын күңелдән рәхмәт әйтте.Торлаҡ һәм ер мәсьәләләре бөгөн бик киҫкен тора. Шуға ла күптәрҙең үтенесе участкаларға, уларҙы законлаштырыуҙа килеп сыҡҡан проблемаларға бәйле булды. Өфөлә йәшәгән ир, мәҫәлән, ҡала биҫтәһендәге ерҙәрҙе хосусилаштырыуҙа ярҙам итеүҙе һорап, коллектив мөрәжәғәт менән килгәйне. Ул эшләгән ойошма 1952 йылда хеҙмәткәрҙәренә йорттар төҙөп биргән. 2011 йылда торлаҡ хосусилаштырылған, әммә әле ергә бәйле аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡҡан.
Депутатҡа Өфө районының Миловка ауылында йәшәүселәр ҙә мөрәжәғәт итте. Уларҙы шәхси өй һалыу өсөн бер тапҡыр бушлай бирелә торған ер мәсьәләһе борсой. Бөгөн бындай мохтажлығы булған 70 кеше сиратта тора. Ә бына Мәләүез ҡалаһынан II группа инвалидына социаль торлаҡ юллауҙа ярҙам кәрәк.
Осрашыуҙа ветерандар ойошмалары вәкилдәре лә булды. Улар хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡандарға, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған төрлө саралар, хәрби-патриотик һәм автор йырҙарын башҡарыусыларҙың асыҡ фестивален үткәреү хыялы менән йәшәй.
Марсель Йосоповҡа ярҙам һорап ҡына мөрәжәғәт итмәнеләр был көндә. Мәҫәлән, “Башҡортостан ледийы” төбәк ижтимағи хәрәкәте, “Һомай” дефиле театры етәкселәре йыл һайын “Һылыуҡай” республика конкурсын, Өфө ҡала хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса комитет рәйесе менән берлектә мәрхәмәтлек акцияларын үткәреүҙә, Башҡортостандың халыҡ артисы Фирҙәт Ғәлиевтең юбилей концертын ойоштороуҙа ҙур ярҙамы өсөн депутатҡа рәхмәт әйтте.