Әҙерлек нисек бара?07.02.2015
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек барышында төҙөлгән ҡунаҡханаларҙы, яңыртылған Конгресс-холл бинаһын ҡараны.
Төбәк етәксеһе ете ҡунаҡханала булды. Уларҙың икәүһе эш башларға әҙер тиерлек. Өс аҙнанан Гоголь урамындағы “Атола” ҡунаҡханаһын асыу планлаштырыла, ә Аксаков урамындағыһы мартта тәүге ҡунаҡтарын ҡабул итәсәк. Башҡа учреждениеларҙа иһә эш планға ярашлы бара.
Республика Башлығын ШОС һәм БРИКС саммиттарының мөһим сараларын ҡабул итәсәк Конгресс-холл бинаһын яңыртыу барышы менән Башҡортостан Хөкүмәте министры Руслан Мирсаяпов таныштырҙы.
– Реконструкция планға ярашлы бара. Объект 1 июлгә тулыһынса әҙер буласаҡ, – тине ул.