Президент үҙе тотонмаһа...07.02.2015
Мәктәптә уҡығанда әсәйем менән Сибай ҡалаһында йәшәгән инәйемдәргә ҡунаҡҡа барҙыҡ. Ул саҡта шәхси машина юҡ, әлегеләй автобустар ҙа сәғәт һайын елдермәй. “Өфө — Сибай” поезына ултырҙыҡ. Халыҡтың умарта күсендәй гөжләүе, һуңғы вагонға эләгеп ҡалырға теләгәндәй этешә-төртөшә поезға ынтылыуы, бер-береһен тапарҙай булып йүгереүе әле лә иҫемдә. Был ваҡиғанан һуң тиҫтә йылдар үтте. Әммә “Өфө — Сибай” поезы тиһәләр, ҡылт итеп ошо ваҡиға иҫкә килә лә төшә. Әле иһә “был маршрутты бөтөнләй ябалар икән” тигән имеш-мимеш таралды. Яңылыҡ артынса яңылыҡ тигәндәй, ил төбәктәрендә ҡайһы бер электр поездарының рейстары туҡтатылыу хәбәрен дә пассажирҙар шаңҡып ҡабул итте.
Мәсьәләгә Рәсәй Президенты Владимир Путин асыҡлыҡ индермәһә, хәл нимә менән барып бөтөр ине икән, билдәһеҙ. Һәр хәлдә, ил етәксеһенең һүҙе етди һәм төплө булды: “Беҙҙә Транспорт министрлығы юҡмы ни?! Был бит етди мәсьәлә. Һүҙ ниндәйҙер бер автобус маршруты хаҡында бармай бит!”
Владимир Путин Хөкүмәткә тиҙ арала тимер юл бәйләнешен тергеҙергә һәм электр поездары эше өсөн өҫтәмә сығымдар эҙләргә ҡушты.
Бөгөн автомобиль һәм башҡа транспорт төрҙәре әүҙем файҙаланыуға ҡарамаҫтан, тимер юлдар иң уңайлыһы һәм илебеҙҙең төрлө төбәктәре өсөн ышаныслы бәйләнеш сараһы иҫәпләнә. Шуғалыр ҙа, ҡала-ара поездар хәрәкәтендәге үҙгәреш күп бәхәс тыуҙырҙы, халыҡ был яңылыҡты аяуһыҙ тәнҡитләне. Илдең ҡайһы бер төбәктәрендә килем килтермәгән маршруттарҙың ябылыуы сәбәпле, электр поезының был осраҡта берҙән-бер транспорт сараһы булып тороуын да оноторға ярамай.
“Башҡортостандың ҡала-ара пассажир компанияһы” етәксеһе Игорь Поляев иһә, республикала электр поездарына бәйле хәл ул тиклем киҫкен түгел, тип билдәләй. Поездар һанын кәметеү мәжбүри сара булған, сөнки элегерәк транспорт ойошмаһы сығымдары федераль бюджеттан ҡапланһа, хәҙер йөкләмә республика иңенә ятҡан. Һәр хәлдә, быйыл Башҡортостан Хөкүмәте һәм транспорт компанияһы араһында төҙөлгән килешеү шарттары тулыһынса үтәләсәк.
Шулай итеп, бөгөн быға тиклем туҡтатылып торған поездар киренән йөрөй башлаясаҡ. Өфөнән Ҡарлыманға, Инйәргә, Оло Теләккә, Шишмәгә, Раевкаға һәм башҡа урындарға ла хәҙер электричка менән барып буласаҡ. Ә инде 1 апрелдән, баҡсасылыҡ миҙгеле башланғас, ғәҙәттәгесә, тағы ла бер нисә йүнәлеш өҫтәлеүе көтөлә.
“Өфө — Сибай” поезына килгәндә иһә, бөгөн бында сират күрмәҫһең. Этешеп-төртөшкәндәр ҙә, билет ҡалмай тип хафаланғандар ҙа юҡ. Пассажирҙарҙы икенсе мәсьәлә борсой: ике-өс вагонға ғына ҡалған “Өфө – Сибай” поезына юл хаҡын кәметеүҙе һәм уның расписаниеһын уңайлы ваҡытҡа күсереүҙе һорайҙар. Был йәһәттән уйланырға урын бар, сөнки әлеге хаҡ таксиҙыҡына ҡарағанда 200 – 500 һумға ҡиммәтерәк килеп сыға.