Моңло яҙмышым07.02.2015
Ғ. Шаһи һүҙҙәре. И. Мортазин көйө.
Киләсәккә уйҙарым бар, яҡты уйҙарым,
Һеҙҙең менән үтһә ине ғүмер юлдарым.
Һеҙҙең менән бәйләнем мин моңло яҙмышты,
Яндарымда һеҙ булғанға һөйәм тормошто.
Күңелемдә һағышым бар, моңло һағышым,
Миҙгеленә ҡәҙәр тоям ваҡыт ағышын.
Һеҙҙең менән бәйләнем моңло яҙмышты,
Күңелемдә йыр булғанға һөйәм тормошто.
Йөрәгемдә йырҙарым бар, тыуыр йырҙарым,
Насип булһа, һеҙгә тағы, тағы йырлармын.
Һеҙҙең менән бәйләнем моңло яҙмышты,
Йөрәгемдә йыр булғанға һөйәм тормошто.