Көләмәстәр07.02.2015
Батша ашы

Батша һунарға сыҡҡан. Янында һанаттары, һаҡсылары килә, алдынан ҙур бурҙай эттәре саба. Килә торғас, былар яҙа һуҡтырып аҙашып китә. Ул арала ҡараңғы ла төшә. Ни эшләргә? Ҡараһалар, ут күренә. Килһәләр – бер бәләкәс кенә өй. Ишеге асыҡ. Хужаһы күренмәй, һаҡсылар ҡысҡыра башлай.
– Эй, кем бар унда?
Өй эсенән ашыҡмай ғына бер ҡарт килеп сыға.
– Һунартауға юл ҡайҙан бара?
– Һай, һай, уҙамандар, – ти теге ҡарт, – Һунартауға барырға ярамай. Унда бит батша хәҙрәттәре үҙе генә йөрөй.
– Һинең унда эшең булмаһын! — ти быға һаҡсылар, – тиҙерәк юлды өйрәт. – Күрмәйһеңме ни, батша хәҙрәттәре үҙе беҙҙең менән килә!
– Йә, Хоҙа! – ти теге ҡарт. – Ниңә уны алдан уҡ әйтмәнегеҙ? “Батша хәҙрәттәрен ғүмеремдә бер күрһәм, бәхетле булыр инем” тигән һүҙем бар ине. Ҡайһығыҙ һуң бында батша хәҙрәттәре?
Шул саҡ алдағы бурҙайҙарҙың береһе өрөп ебәрә.
– Һау-һау!
– Һай, рәхмәт төшкөрө, – тип теге ҡарт эт янына килеп башын эйә. – Һин икәнһең дә батша хәҙрәттәре! Инде үҙеңде күрҙем, татлы ашыңды ла берәй татып ҡарай алһам...
Һаҡсылар шул саҡ быны эләктереп ала ла ҡамсы менән һырт буйын яра башлай.
– Һай, бадишаһ, – ти был ҡарт, – ашың да бик “татлы” икән һинең!

Кемдән кем тыуа?

Бер заман батша һунарҙан ҡайта. Ҡаланың ситендәге бер йортта ығы-зығы килеп йөрөгән халыҡты күреп ҡала ла һаҡсыларына әйтә:
– Белеп килегеҙ әле, нимә эшләйҙәр икән унда?
Бер һаҡсы йүгереп барып ҡарап килә лә:
– Бадишаһым, ул әҙәмдең ҡатыны бәпесләгән, – ти.
Батша шунда уҡ өй хужаһын саҡыртып ала.
– Кемең бар?
– Ярлы кешенән кем тыуһын инде: йә малай тыуа, йә ҡыҙ.
– Ә байҙарҙан, батшаларҙан кем тыуа?
– Бай кешенән ҡомһоҙ тыуа ла йүнһеҙ тыуа.

Тоғролоҡло кеше

Элек булған был хәл. Һалым тураһында һүҙ сыҡҡас, бер фәҡир:
– Батшаны әйтәм әле, булыр-булыр ҙа кеше, ул тиклем булмаҫ! Һуңғы күлдәк менән һуңғы ыштанды һалдырып алыр! – тигән.
Нәҡ шул ваҡыт ишектән урядник килеп ингән.
– Йә әле, йә! Ҡабатла! Батша хәҙрәттәренә ни тип тел тейҙерҙең?
– Яланғас йөрөүҙең ояты ғына бар, юҡһа батша хәҙрәттәренә һуңғы күлдәгемде лә, һуңғы ыштанымды ла һалып бирер инем, тим.
– Шәп әйткәнһең, тоғролоҡло кеше икәнһең! – тигән урядник.

Үҙе генә һуғыша торһон...

Көндәрҙән бер көндө Мөхөтдин тигән бер кешегә староста:
– Әйҙә, һине батша ярман һуғышына саҡыра, – тигән.
– Ураҡ бөткәс тә барырмын, – тигән Мөхөтдин.
– Батша хәҙрәттәре һинең урағыңды көтөп торамы ни, алйот!
– Көтмәһә, үҙе генә һуғыша торһон, – тип яуап ҡайтарған Мөхөт­дин.

Иҫәр

Батша үҙенең ҡунаҡтары менән төрлө мәрәкә һөйләшеп ултыра икән.
– Бер ваҡыт, – тип һүҙ башлаған ҡунаҡтарҙың береһе, – бөтә ҡалаға билдәле булған иҫәрҙе күреп ҡалдым да бишмәт салғыйым аҫтына ун йомортҡа йәшерҙем. Теге иҫәр минең янға килгәс: “Йә, әйт әле, минең бишмәт салғыйы аҫтында нимә бар? – тинем. – Әгәр ҙә әйтә алһаң, йомортҡаны һиңә бирәм, нисәү икәнен әйтһәң, унау­һын да бирәм”. Иҫәр ғәжәпләнде: “Туғанҡайым, мин бит әүлиә түгел, үҙем күрмәгән нәмәне нисек беләйем. Йәшергән нәмәңдең ҡайһы бер билдәһен әйт, шунан һуң әйтермен”, – тине. “Ярай улайһа, тыңла. Йәшергән нәмәмдең тышы аҡ, уртаһы һары”, – ти­мен. “Белдем! – тип ҡысҡырып ебәрҙе иҫәр, – кишер менән шалҡан.”
Бөтә ҡунаҡтар, батша үҙе лә һыны ҡатып көлгән, һуңынан, ҡунаҡтары тынып ҡалғас, батша ошо хәлде һөйләгән ҡунағының ҡолағына ғына:
– Шулай ҙа әйт әле, теге бахыр иҫәрҙең башын әйләндергән нәмә нимә ине ул?


Вернуться назад