Тел ни өсөн төптә урынлашҡан?06.02.2015
– Белеүемсә, ғәйбәт – ҙур гонаһ. Ошондай буш һүҙ һөйләгәндәргә ниҙәр әйтер инегеҙ, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

Р. АГИШЕВА.
Ейәнсура районы.
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
“Телегеҙҙең төрлө булыуы Аллаһ Тәғәлә­нең барлығына һәм берлегенә дәлил, – тиел­гән “Ҡөрьән Кә­рим”дә. Изге китапта шулай уҡ Раббы­быҙ­ҙың әҙәм балаларын бер ата-әсәнән яралт­ҡаны, улар бер-береһе менән аралашһын, фе­кер алышып йәшәһен өсөн төрлө ҡәүем итеп ҡылғаны хаҡында әйтелгән.
Телдең әҙәм балаһының тормошонда әһә­миәте ифрат ҙур. “Һүҙегеҙҙе үлсәп һөйлә­геҙ”, – тип белдергән бер мәл пәйғәмбәребеҙ Мөхәм­мәт ғәләйһис-сәләм йыйылған халыҡҡа. Улары аптырап ҡалған: “Йә, Рәсүлуллаһ, бының өсөн дә яуап бирәбеҙме?” Пәйғәмбәребеҙ: “Әҙәм балаһын йөҙтүбән йәһәннәмгә оҙатҡан нәмә ошо тел бит”, – тип яуаплаған.
Аллаһ Тәғәләнең “һөйләү ҡоралы”н төптә урынлаштырыуының да хикмәте бар: ниҙер әйтер өсөн тәүҙә иренде, теште ҡыбырҙатырға кәрәк, унан ғына тел хәрәкәткә килә. Йәғни тәндең был ағзаһы ирекле рәүештә тышта торған булһа, аҡыл уйлап өлгөрмәҫтән, әллә ниҙәр һөйләп ташлар ине.
“Аллаһ Тәғәлә буш һүҙ менән ваҡыт үткәр­гәнде яратмай”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәм­мәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Әйтелгән һәр хәбәр тормош, йәмғиәт өсөн файҙалы, фәһемле булырға тейеш. Өҫтәүенә, хәҙистәрҙә әйтелгәнсә, мосолманға күркәм итеп һөйләү һәм иғтибар менән тыңлай ҙа белеү зарур. Бындай тәрбиә алыу өсөн һәр милләттең әҙәбиәте, сәнғәте, йолалары бар.
Ғәйбәткә килгәндә, ул – бик ҙур гонаһ. Мө­хәммәт ғәләйһис-сәләм ваҡытында бер төркөм халыҡ ниндәйҙер кеше хаҡында һөйләп ултыра икән. Был әҙәм балаһының кире яҡтары, кәмселектәре иҫкә алынған. Һөйләшеүҙе ишетеп ҡалған Пәйғәмбәребеҙ: “Кемдер үҙе юҡ саҡта уның тураһында һөйләү гонаһ, – тип белдергән. – Дәғүәләрҙең күҙгә ҡарап әйтелеүе яҡшы. Әгәр ҙә ки йәшерен һөйләшеүҙә әҙәм балаһына нахаҡ кәмселектәр ҙә өҫтәлһә, был инде яла яғыуға инә”. Хөрмәтле ҡәрҙәштәр, һәр төрлө насар, кешеләр араһына инә, ниндәйҙер ҡаршылыҡ тыуҙыра торған ғәйбәт һүҙҙәрҙән һаҡланайыҡ. Динебеҙҙең “Мосолмандың те­ленән дә, ҡулынан да, ғәмәлдәренән дә һис кем зыян күрмәҫкә тейеш” тигән тәрбиәһен тотоп, күркәм мөнәсәбәттә йәшәйек, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкә­түһ! Амин.



Вернуться назад