Мәүлит доғалары күңелгә һеңгән06.02.2015
Мәүлит – Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм донъяға килгән һәм вафат булған ай. Ғалимдар яҙыуынса, Пәйғәмбәребеҙҙең тыуған көнө беренсе тапҡыр Мәҙинәлә билдәләнһә, тора-бара Ислам илдәрендә рәсми ваҡиғаға әүерелә.

Ата-бабабыҙ Мәүлитте ҙурлап байрам иткән. Пәйғәмбәребеҙҙең рухына Ҡөрьән сүрәләре уҡылған, салауаттар, мөнә­жәт­тәр әйтелгән, вәғәз-нәсихәт һөйләнелгән. Үҙем ауылда ошоларҙы күреп үҫтем. Ул осорҙа динде тыйыуға, аслыҡ булыуына ҡарамаҫтан, изге айҙың һәр көнөндә өйҙән-өйгә йөрөп Мәүлит уҡыталар ине. Әсәйемдең дә шул ваҡыттарҙа әйткән мөнәжәттәре, салауаттары күңелгә бик ныҡ һеңеп ҡалған. Мәҫәлән, оҙон ғына “Саләүәтүл мәҡбүлә”нең (Мәүлит табынында Ҡөрьән аяттарынан һуң уҡыла) бер һүҙе лә онотолмаған. Фарсы телендә яҙылған “Хәмдебихәт” тигән мөнәжәттең айырыуса матур көйләнгәне хәтерҙә. Әле әсәйемдең дәфтәренән уларҙы ғәрәп­сәнән тәржемә итеп, Мәүлит байрамы һайын тиерлек өләшәм.
Өлкәндәрҙең мәжлестә фәһемле һүҙ­ҙәр, пәйғәмбәрҙәр тормошонан риүә­йәттәр һөйләүе иҫтә ҡалған. Тормош нисек кенә ауыр булмаһын, был турала бөтөнләй өндәшмәй торғайнылар.
Әле шуныһы күңелде ҡыра: ситтә бе­лем алып ҡайтҡан ҡайһы бер йәштәр һәм уларға эйәреүселәр Мәүлитте бидәғәт (диндәге яңылыҡ) тип атай. Бәғзе күркәм ғө­рөф-ғәҙәтебеҙҙе һанламайынса, “улар­ҙы һеҙҙең бабайҙар уйлап тапҡан” тип ебәргәндәр ҙә бар. Ә беҙҙең остаздарҙың ниндәй булғанын беләләрме икән? Мәҫә­лән, Көҙән ауылында минән алдағы бы­уын вәкилдәрен Әхмәтзәки Вәлидиҙең ата­һы – атаҡлы Әхмәтша мулла – уҡыт­ҡан. Стәрлебашта, Стәрлетамаҡтағы дан­лыҡлы мәҙрәсәләргә үҙебеҙҙең халыҡ ҡына түгел, ситтән дә килеп белем алғандар.
Пәйғәмбәребеҙгә салауат әйтеп тороу мө­һимлеге “Ҡөрьән”дә лә, хәҙистәрҙә лә бар. Атаҡлы ғалим Ризаитдин Фахретдин иһә былай тигән: “Мәүлит доғаһы уҡылған һыу нур менән тулыр. Уны эскән кеше ауырыу-сырхауынан ҡотолор. Мәүлитте ойоштороуға киткән аҡсаның бәрәкәте башҡаларына ла күсер”.
Әйткәндәй, быйыл ҙур шатлыҡ кисер­ҙек: Салауат дәүләт драма театрында Мәүлит байрамы уҙғарылды. Халыҡ дәр­рәү йыйылды. Сараны Өфөләге “Ихлас” мәсетенең имам-хатибы Мөхәммәт хәҙ­рәт Ғәлләмов ойошторғайны. “Илаһи­ҙар” тигән ижади төркөм халыҡ йырҙарын, мөнәжәттәр башҡарҙы. Мәүлит хаҡында үрҙә әйтелгән һүҙҙәремә Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин тарафынан раҫлау ише­теү айырыуса һөйөндөрҙө. Күңеле­беҙгә нур сәсеп киткән ҡәрҙәштәребеҙгә ҙур рәхмәт!







Вернуться назад