“Йәшәү көсөн ҡайҙан алаһығыҙ?” – тигән һорауға Шәйхетдиновтар: “Динебеҙҙән!” – тип яуап бирҙе. Алтмышты уҙған өлкәндәр йәштәрҙәй дәрт-дарман менән гөрләтеп донъя көтә.64 йәшлек Зариф Шәйхетдинов алты йыл элек таҡта бысыу цехы асҡан, урманда ағасты үҙе йыға. Егеттәрҙәй етеҙ ир-уҙаман өҫтәүенә егерме баш умарта тота. Һәр иртә бал менән сәй эсеү тәнгә сихәт, көс-дарман бирә тигән фекерҙә ул.
– Урман хужалығында эшләй инем, хаҡлы ялға сығыр алдынан ғына ҡыҫҡартыуға эләктем, – ти Зариф Шакир улы. – Хәрәкәттә – бәрәкәт: ҡул ҡаушырып ултыра алмайым. Аяҙтамаҡта оҙаҡ йылдар ябыҡ торған таҡта ярыу цехын һатып алып, үҙ эшемде астым.
– Ниңә ярҙамсылар алмайһығыҙ? Үҙегеҙгә генә ҡыйындыр бит, – тип ҡыҙыҡһындым әңгәмәсемдән.
– Барлыҡ эште үҙем башҡарырға ғәҙәтләнгәнмен. Көс барҙа кеше яллап ултырыу килешмәҫ.
Бер-береһен бала саҡтан белгән Сания менән Зариф Шәйхетдиновтар 38 йыл элек өйләнешкән, дүрт бала үҫтергән. Өйҙәрендәге китаптар араһында дини йөкмәткелеләре айырыуса күп.
– Атай-әсәйем Аллаһ Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә ышанып йәшәне, беҙҙе лә шуға өндәне, – ти Зариф Шакир улы. – Әле ауылдарҙың байтағында эшһеҙлек хөкөм һөрә, күптәр эскелеккә бирелә. Аҡса табыу өсөн урлашыу, хатта үлтереүгә ҡәҙәр барып етеү осраҡтары тураһында мәғлүмәт саралары аша йыш ишетеп торабыҙ. Бындай хәлдәрҙең нигеҙендә динһеҙлек ята. Аллаһ Тәғәләгә инанған әҙәм балаһы бит үҙ көсөнә таянып йәшәй, тырышып хеҙмәт итә, башҡаларға ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы була. Ә хәҙерге ғаиләләрҙең күбеһе балаһын эшкә өйрәтмәй, уның күңелендә ихтыяр көсө тәрбиәләмәй. Һөҙөмтәлә ауылдарҙың киләсәген кем ҡулына ышанып тапшырырбыҙ? Кешене бит хеҙмәт хөрмәтле итә. Ә бөгөнгө ауылдарҙа һәр төрлө кәсепте киң йәйелдерергә мөмкин. “Эш юҡ” тип һуҡраныу мосолманға һис тә килешмәй.
Сания Мөбәрәк ҡыҙы ла иренең һүҙҙәрен ҡеүәтләне.
– Ислам дине ғүмер буйы таянысым булды, – ти ул. – Ураҙа тотам, көндәлек биш намаҙымды ҡалдырғаным юҡ.