Надя менән Зөлфиә06.02.2015
Надя менән Зөлфиә Ҡыҙыбыҙ ауырып китте. Да­рыу биреп ҡарайбыҙ, темпе­ра­тураһы аҙға ғына төшөп тора ла йәнә күтәрелә. “Ашығыс яр­ҙам” саҡырттыҡ. Утыҙ йәштәр­ҙә­ге мөләйем генә ҡатын кил­де. Үҙ-ара башҡортса аралашы­уы­быҙҙы ишеткәс, ул да шы­тырҙатып беҙҙеңсә һөйләшә башламаһынмы!
– Ҡурҡыныс бер нәмә лә юҡ, ошоларҙы алып эсерһә­геҙ, тиҙ һәйбәтләнер. – Үҙен Надя тип таныштырған ханым ҡағыҙ киҫәгенә кәрәкле дарыу­ҙар исемлеген яҙҙы.
– Башҡортса ҡайҙан белә­һегеҙ? – тип һорамай булдыра алманым.
Надя үҙе сыуаш ҡыҙы икән.
– Беҙҙең ауылда башҡорт­тар күп, уларҙың балалары менән һөйләшеп, уйнап үҫтек, шунан үҙемдән-үҙем өйрән­дем дә ҡуйҙым. Бер ҙә ҡыйын түгел. Башҡортса уҡый ҙа, яҙа ла беләм, спектаклдәргә йө­рөйөм. Яңыраҡ ҡына “Ҡоҙаса” комедияһын барып ҡараныҡ, бигерәк ҡыҙыҡ.
Ихлас ханымдың һүҙҙәре­нән кәйеф күтәрелеп китте.
Ә инде киткәндә:
– Иҫән булығыҙ, тиҙерәк һа­уы­ғырға яҙһын, – тип хушла­шы­уы күңелгә һары май бу­лып яғылды! Афарин!
Унан һуң бер нисә көн үтте. Был юлы кесе ҡыҙыбыҙҙың температураһы күтәрелде. Йә­нә “Ашығыс ярҙам” һандарын йыйҙыҡ. Йөҙөнә үк башҡорт бу­лыуы яҙылған ҡыҙға үҙебеҙсә өндәштем. Ул башын һелкеп:
– Говорите по-русски, не по­нимаю! – тимәһенме!
Һөйләшеп киттек. Зөлфиә баш­ҡорт­са белмәүенең сәбә­бен ра­йон үҙәгендә үҫеүе, урыҫса уҡыуы менән аңлатты. Был юлы кәйеф төштө…




Вернуться назад