Йондоҙнамә06.02.2015
(9 – 15 февраль)
Был аҙнала ысын асылыңды битлек аҫтына йәшереү мөмкин булмаҫ. Яуаплылыҡтан ситләшеү теләге тыуһа ла, үҙегеҙҙең һүҙҙәрегеҙ, ғәмәлдәрегеҙ өсөн яуап бирергә тура килер. Йәшәү көсөнөң бер аҙ кәмегәнен тойорһоғоҙ. Был хәлдән сығыу өсөн күңелегеҙгә яҡын шөғөлгә ваҡыт бүлегеҙ.
ҠУҘЫ (21.03 – 19.04).
Тормоштоң мәғәнәһе тураһында йыш уйлана башларһығыҙ. Был төп эшегеҙгә ҡамасаулар. Фәлсәфәгә ныҡлы бирелмәйенсә, үҙ бурыстарығыҙҙы теүәл үтәргә тырышығыҙ. Яҡын кешеләрегеҙҙең дә һеҙҙең насар кәйефегеҙҙән арыуы ихтимал. Шуға күрә күңелле байрам уҙғарып алыу кәңәш ителә.
БУҒА (20.04 – 20.05).
Барлыҡ ихтыяр көсөн туплап, маҡсатығыҙға ҡарай йүнәлегеҙ. Һеҙҙе туҡтатырға тырышҡандарға иғтибар итмәгеҙ. Юлығыҙҙа ҡаршылыҡтар осраған хәлдә лә артҡа сигенмәү, шул уҡ ваҡытта проблемаларҙы урап уҙмау кәңәш ителә. Был аҙна мөхәббәт тойғоһон белдереү, бығаса ҡыйыулыҡ етмәгән мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн уңайлы.
ИГЕҘӘКТӘР (21.05 – 21.06).
Көн дә бер нәмә менән шөғөлләнһәгеҙ, тормошоғоҙҙа һис ни үҙгәрмәҫ, күңелһеҙлек дауам итер. Шуға күрә һәр эшкә ижади ҡарарға тырышығыҙ. Матди хәлегеҙҙе яҡшыртырға уйлайһығыҙ икән, авантюраға бармау хәйерле, юғиһә ниәтегеҙҙең кире һөҙөмтә биреүе ихтимал. Һөйгәнегеҙгә яратыуығыҙҙы әйтеп торорға онотмағыҙ.
ҠЫҪАЛА (22.06 – 22.07).
Һеҙҙең күңелде шикләнеү, көсөгөҙгә ышанмау кеүек тойғолар биләп алыр. Бының менән үҙегеҙҙе лә, янығыҙҙағы кешеләрҙе лә ыҙалатып бөтөрһөгөҙ. Көсөгөҙгә инанмайһығыҙ икән, ниндәйҙер эшкә тотонмай тороуығыҙ хәйерле. Һөйгән кешегеҙгә вәғәҙә бирмәй тороғоҙ, юғиһә аҙаҡ уны үтәй алмауығыҙ һәм ышанысты юғалтыуығыҙ ихтимал.
АРЫҪЛАН (23.07 – 22.08).
Күңелегеҙҙе ауыр тойғолар баҫҡан, ҡулығыҙ эшкә бармаған хәлдә лә тыныс ҡалыуығыҙ һорала. Себендән дөйә яһап, ыҙғышҡа юл ҡуймағыҙ. Эш менән ғаиләне бергә бутамау хәйерле. Яҡын кешегеҙ менән арағыҙҙа килеп тыуған аңлашылмаусанлыҡтың төп сәбәбе – һеҙҙең саманан тыш ваҡсыллыҡ күрһәтеүегеҙ. Йылы мөнәсәбәттәрҙе һаҡлау маҡсатында ғәфү үтенеү ыңғай һөҙөмтә бирер.
ҠЫҘ (23.08 – 22.09).
Үҙ һүҙегеҙҙе бирмәү, саманан тыш тәкәбберлек бихисап күңелһеҙлек килтерер. Тәнҡитте дөрөҫ ҡабул итеү күп проблеманы яйға һалырға ярҙам итәсәк. Йәрегеҙгә буш-юҡтан дәғүә белдермәгеҙ, уны өйрәтергә тырышмағыҙ. Юғиһә һеҙ юл һалған ыҙғыштың оҙаҡҡа һуҙылыуы ихтимал.
ҮЛСӘҮ (23.09 – 22.10).
Был аҙнала тормошоғоҙҙа барыһын да үҙгәртергә тырышырһығыҙ. Һөҙөмтәлә тиҙҙән көтөлгән яҡшы ваҡиғаның юлын ябыуығыҙ ихтимал. Дыуамал ҡарарҙарҙан һаҡ булыуығыҙ һорала. Әйтергә теләгәнегеҙҙең барыһын да ярып һалмағыҙ, юғиһә күп нәмәне юғалтыуығыҙ, урынына бер ни ҙә алмауығыҙ бар. Мөхәббәттә иһә тотороҡлолоҡ көтөлә.
САЯН (23.10 – 21.11).
Көсөгөҙгә ышанысығыҙ бөтөп, үҙаллы фекер йөрөтөргә теләгегеҙҙең юғалыуы ихтимал. Был күңел көсөргәнеше тыуҙырыр. Һөнәри эштә төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ, ваҡ мәшәҡәттәр һеҙҙе һындырырға тейеш түгел. Кире күренештәргә иғтибар итмәҫкә, донъяның матурлығын күрергә тырышығыҙ.
УҠСЫ (22.11 – 21.12).
Башҡаларҙың етешһеҙлегенән көлмәгеҙ, холоҡ-фиғелен тикшермәгеҙ, ғәмәлдәрен инҡар итмәгеҙ. Ғәҙелһеҙлек күренештәренә шаһит булған хәлдә лә тыныслыҡ һаҡларға тырышыу мөһим. Һөйгән кешегеҙҙең теләктәрен үтәү хистәрҙе көсәйтеп ебәрер. Был эшкә лә ыңғай йоғонто яһар, кире күренештәрҙе бөтөрөргә ярҙам итер.
ЫЛАҠ (22.12 – 19.01).
Үҙ көсөңә ышанмау осоро артта ҡалды. Эшкә яңы дәрт менән тотоноу зарур. Ижади фекерләүегеҙ, мәсьәләне хәл итеүҙең төрлө ысулдарын билдәләүегеҙ лайыҡлы баһаланыр. Тойғоларҙы бутамағыҙ. Мөхәббәт тип уйлағанығыҙҙың ғашиҡлыҡ ҡына булыуы ихтимал.
ҺЫУҒОЯР (20.01 – 18.02).
Һеҙҙең хәҙерге маҡсат – лидер булыу, алдан барыу. Икенсе сафҡа ҡалып, талантығыҙҙы юғалтмағыҙ. Шул уҡ ваҡытта авантюраға барыу кәңәш ителмәй. Барыһын да планлаштырырға һәм үлсәп башҡарырға кәрәк. Шул саҡта ғына уңыш ҡаҙанырһығыҙ. Һөйгәнегеҙгә бүләк бирһәгеҙ, мөнәсәбәтегеҙ тағы ла йылыныр.
БАЛЫҠ (19.02 – 20.03).
Үҙегеҙҙе күрһәтергә тырышмағыҙ – абруйығыҙҙы һаҡлағыҙ. Хаталаныуҙан ҡурҡмағыҙ. Әгәр ниҙер килеп сыҡмай икән, һығымта яһап, эшкә яңынан тотоноғоҙ. Һөнәри оҫталығығыҙ лайыҡлы баһаланыр.