Кәримә Усманованың “Урланған бала саҡ” (“Башҡортостан”, 7 октябрь, 2011 йыл) тигән мәҡәләһен уҡығас, алты йәшлек Әҙилә менән ике йәшлек Рәмиләнең һәм имен булмаған ғаиләләрҙә үҫеүсе башҡа балаларҙың яҙмышы тураһындағы уйҙар тынғы бирмәне.
Ғаиләһен түгел, ә кәйеф-сафа ҡороуҙы өҫтөн ҡуйыусы әсәнең йәшәү рәүеше лә, башҡа һыймаҫлыҡ ҡылығы ла сабыйҙарҙы ауыр шарттарҙа үҫергә мәжбүр итә. Ҡыҙҙарҙың иҫерек әсәне һағалап урманда төн уҙғарыуы йөрәкте әрнетә. Йәш ҡатындың дауахананың наркология бүлегендә дауаланыуы хәбәр ителә мәҡәләлә. Унан тулыһынса һауығып, тормошҡа ҡарашы үҙгәреп сығыр, хәмерҙе башҡаса ауыҙына алмаҫ, тип тулы ышаныс менән әйтеүе ауыр, сөнки ҡатын-ҡыҙҙың эскегә тиҙ бирелеүен һәм йыш ҡына был “ҡоллоҡ”тан сыға алмауын ғалимдар күп тапҡыр аңлатты. Шулай ҙа Әҙилә менән Рәмиләнең артабан һөйөклө әсәләренең һөйөүенә төрөнөп йәшәренә бик ныҡ өмөтләнәм.
Әгәр ҡатын насар ғәҙәтен ташламаһа, ҡыҙҙар аталары менән йәшәргә тейеш, тип уйлайым. Мәҡәләлә әйтелеүенсә, атай кеше донъя көтөүгә әүәҫ, эшһөйәр, балаларын ярата. Әҙилә менән Рәмилә лә матур өлгө алып үҫер ине.
Хәмер эсеү һәм уны законһыҙ һатыу йәмғиәт тарафынан ғәйепләнергә тейеш. Ауыл хакимиәттәрендә эскелеккә ҡаршы көрәшеүсе комиссиялар булдырыу ҙа — өлгөрөп еткән мәсьәлә.
Нурулла МИҺРАНОВ.
Белорет районы,
Манышты ауылы.