Ышанырғамы-юҡмы — үҙегеҙ хәл итегеҙ06.02.2015
Ышанырғамы-юҡмы — үҙегеҙ хәл итегеҙ l Шишәмбелә бурысҡа аҡса бирмәгеҙ — ғүмер буйы бурыслы булып йәшәрһегеҙ;
l аҡсаны һул ҡул менән алығыҙ, ә уң ҡул менән бирегеҙ;
l аҡса гөлө (толстянка) ултыртығыҙ, уны һатып алмағыҙ, ә үҙегеҙ алып үҫтерегеҙ;
l аш-һыу бүлмәһендә ашъяулыҡ аҫтына аҡса һалырға онотмағыҙ — йортоғоҙҙан аҡса өҙөлмәҫ;
l аҡса һыу кеүек тиҙ ағыусан, шуға ла өйөгөҙҙә төҙөк булмаған сантехника булма­һын, унитаз ҡапҡасын гел ябыҡ тотоғоҙ.
Шундай хөрәфәт тә бар: урамда тапҡан тинлек аҡсаны алырға ярамай, бигерәк тә юл сатындағыһын. Бындай аҡсаларҙы тотоноп, үҙегеҙгә ғүмерлек сир алыуығыҙ ҙа бар.
Аҡса аҡсаға тартыла. Быны хатта ата-бабаларыбыҙ ҙа белгән. Быуаттар дауамында аҡсаны үҙеңә йәлеп итеүҙең төрлө юлдары, ысулдары тупланған.
Һәр халыҡтың үҙ аҡса талисманы бар: урыҫтарҙа — биш тин; американдарҙа — беренсе эшләп алған доллар; немецтар иһә кеҫәһендә йәки янсығында бөкләнгән йә иһә тишелгән тинлек йөрөткән. Ҡытайҙарҙың аҡса амулеты — уртаһы тишелгән һәм бер-береһенә ҡыҙыл еп менән бәйләнгән 3 юань. Талисманды ла, кеҫәләге аҡсаны ла ваҡыт-ваҡыт һыйпап, яратып торорға кәрәк — табыш килһен өсөн.
Ҡағыҙ аҡсаны янсыҡҡа мисәтле яғын өҫкә йә иһә үҙеңә ҡаратып ҡуйырға кәңәш ителә. Улар бөкләнеп ятырға тейеш түгел. Тигеҙ, матур итеп урынлаштырығыҙ. Инглиздәр аҡсаға ҡытлыҡ кисереүселәргә кеҫәгә үрмәксе һалырға ҡуша. Ә бына урыҫ сауҙагәрҙәре борон-борондан яҙ көнө беренсе кәкүк тауышы ишетеү менән кеҫәләге аҡсаларын шылтыратҡан. Был аҡса бер ҡасан да кәмемәй тигәнде аңлата.
Ышанырғамы-юҡмы, быныһын һәр кем үҙе хәл итә. Аҡса килтереүҙең йәнә бер ҡыҙыҡ юлы бар. Күктә яңы ай тыуғанда — уға ҡарағыҙ ҙа баш эйегеҙ, уны сәләмләгеҙ... һәм бүләк көтөгөҙ — яңы ай был хөрмәт-ҡәҙер өсөн мотлаҡ һеҙгә рәхмәт әйтергә тейеш. Иң мөһиме — ай тыуғанда аҡса янсығығыҙҙы уға күрһәтеп, һелкетергә онотмағыҙ. Тинлек тә ярай — уны усығыҙға һалығыҙ ҙа айға ҡарап теләк теләгеҙ. Ай ҙурайған һайын, һеҙҙең аҡсағыҙ ҙа артыр.


Вернуться назад