Атайым быйыл 12 ғинуарҙа вафат булды. Ул ҡалдырған васыятнамә минең файҙаға түгел. Нотариус: «Атайығыҙ үлгәндә хаҡлы ялға сыҡҡан булһағыҙ, мираҫтан һеҙгә лә өлөш тейер ине», – тигәйне. Пенсионер булып 16 ғинуарҙа теркәлдем. Нотариус законлы вариҫтарҙың алты айҙан һуң ғына үҙ хоҡуғына эйә булыуы хаҡында әйткәйне. Быларҙың барыһы ла дөрөҫмө?
Л. МӘХИЙӘНОВА.
Әбйәлил районы.
Мираҫты ҡалдырған кеше үлгән көндә хеҙмәткә яраҡһыҙ йәки хаҡлы ялда һәм инвалид булғандар мотлаҡ вариҫтар тип иҫәпләнә. Є һеҙ был хоҡуҡтан файҙалана алмайһығыҙ. Өҫтәүенә атайығыҙ үлгәндән һуң дүрт кенә көндән һуң хаҡлы ялға сыҡһағыҙ ҙа, закон буйынса мираҫҡа дәғүә итергә хоҡуҡлы түгелһегеҙ. Єммә васыятнамәне ғәмәлдән сығарыу өсөн бер нисә юл бар. Мәҫәлән, бәлки, атайығыҙ документҡа ҡул ҡуйғанда үҙ хәлен аңларлыҡ кеше булмағандыр. Єгәр шулай икән, асыҡларға тура килер. Бынан тыш, уның мөлкәтендә әсәйегеҙҙең дә өлөшө барлығын иҫбатларға мөмкин. Шуға адвокатҡа мөрәжәғәт итегеҙ һәм уның менән был хәлде көйләү йәки вариҫтан ниндәй ҙә булһа өлөш алыу юлын эҙләгеҙ.
Хәҙер –
45 йәшкә
тиклемБыға тиклем 35 йәшкә тиклемге табиптар ғына ауыл еренә эшкә барғанда 1 миллион һумлыҡ дәртләндереү аҡсаһы ала ине. Быйылдан 45 йәшкә тиклемге врачтарға ла был аҡса биреләсәк тип ишеттем. Ысынлап та шулаймы?
Зөлфиә.
Өфө ҡалаһы.
Былтыр 1 декабрҙә «Рәсәй Федерацияһында мотлаҡ медицина страховкаһы тураһында»ғы федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы 418-се Федераль закон ҡабул ителде. Уға ярашлы, хәҙер ауыл еренә эшкә барған 45 йәшкә тиклемге табиптар бер миллион һум дәртләндереү аҡсаһын аласаҡ. Был ҡанун быйыл 1 ғинуарҙа ғәмәлгә инде. Єйткәндәй, «Ауыл табибы» программаһының уңышлы эшләүе һөҙөмтәһендә 2011 – 2013 йылдарҙа Рәсәйҙә ауылға эшкә ҡайтыусы врачтар һаны ете меңгә – 44 мең 758-ҙән 51 мең 730-ға тиклем – артҡан.
Айһылыу НИЗАМОВА әҙерләне.