Баландың дауалау көсө06.02.2015
Баландың дауалау көсө Баланды йөрәк, ҡан тамырҙары киңәйгәндә, гипертония, ашҡаҙан, бауыр, үт һәм бәүел ҡыуы­ғы сирҙәренән яфаланғанда ҡулланалар. Тамаҡ шешеү, йүткереү, шешек, экзема кеүек ауырыу­ҙарҙан дауаланғанда уның файҙаһы ҙур. Балан ҡайнатмаһы тән температураһын төшөрә, яралы урындарҙы тиҙ уңалтырға ярҙам итә.
Йөрәк сиренән йонсоғанда ярты стакан баланға бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 4-5 сәғәткә ябып ултыртып, һыуынған төнәтмәне көнөнә өс- дүрт тапҡыр эсергә кәрәк. Балан ағасының ҡайырыһы төнәтмәһен гинекологик сирҙәрҙән файҙаланыу бик борондан килә.
Балан һуты һипкел, һытҡыларҙы бөтөрә. Тик 1:1 нисбәтендә йылы ҡаймаҡ ҡушырға һәм биткә 10-15 минутҡа яғырға кәрәк. Аҙаҡ йылымыс һыу менән йыуып, еңелсә массаж яһарға. Баландан эшләнгән битлек йыйырсыҡтарҙан, пигмент тап­тарынан ҡотолорға ярҙам итһен өсөн, балан емештәрен иҙеп, бер ҡалаҡ бал һалырға.
Һыуыҡ тейгәндә, йүткергәндә бер стакан балан емешенә 1 литр һыу ҡойоп, 20-30 минут ҡайнатырға, һуңынан 1 стакан бал өҫтәп, көнөнә биш тапҡыр ике-өс ҡалаҡ эсергә.
Ашҡаҙан-эсәк сирҙәрендә, һейҙек, үт ҡыуығы борсоғанда яңы ғына йыйылған йәки туңдырылған 100 г баланды быяла йәки ағас һауытҡа һалып иҙергә һәм, өс стакан эҫе һыу ҡойоп (ҡайнар булмаһын), 30-40 минут төнәтергә.
Ҡан баҫымы юғары булғанда, 40 г емеште иҙеп, 200 г күләмендәге эҫетелгән балға ҡушырға һәм бер аҙға ултыртып торорға. Иҙмәне көнөнә дүрт-биш тапҡыр ашар алдынан берәр ҡалаҡ эсәләр.


Вернуться назад