Уңған хужаларҙың келәте иткә тулы саҡ. Табынға ит әҙерләр алдынан уның ҡайһыһы файҙалыраҡ икәненә күҙ һалайыҡ.Һарыҡ ите. Ул майлы, шуға күрә организмда йылылыҡты һаҡлауға булышлыҡ итә һәм көстө арттыра, ишемия һәм ҡан тамырҙары ҡыҫылыуҙы дауалағанда алыштырғыһыҙ. Ул гастритты, эсәк полиптарын, колитты, ҡурылдай быумаһын, Бехтерев ауырыуын дауалағанда файҙалы. Әммә панкреатит, пиелонефрит, бөйөр гипертонияһы булғанда, уны ашарға ярамай.
Тауыҡ ите. Ул бигерәк тә имгәнгәндә, бәрелгәндә, ауыр физик эштән һуң файҙалы. Тауыҡ һурпаһы көстө арттыра.
Һыйыр ите. Ағзаларҙа ҡан ойошоуҙы бөтөрә. Панкреатиттан, гастриттан, простатиттан файҙалы. Әммә һыуыҡ итте аҙ кислоталы гастрит, ҡурылдай быумаһы менән ауырығандарға ашарға ярамай.
Гриптан нисек һаҡланырға?Ваҡытында гриптан прививка яһамағанда, унан һаҡланыу сараларын күрергә кәрәк. Был ауырыуҙы иҫкәртеү өсөн һәйбәт микстура бар: ҡабығы менән бергә ярты лимонды турағыҙ ҙа шуға ете тырнаҡ һарымһаҡты ваҡлап ҡушығыҙ. Был болғатманы 0,5 литр ҡайнаған һалҡын һыуға һалып, өс-дүрт көн ҡараңғы урында тотоғоҙ. “Дарыуҙы” һыуытҡыста һаҡлағыҙ. Уны иртәнсәк ас ҡарынға берәр ҡалаҡ эсәләр.
“Грипп” һүҙе французса “гриппе”нан алынған. Ул “эләктереү”, “тиҙ йоғоу” тигән төшөнсәне аңлата. Вирус тын алыу күҙәнәктәрендә үрсей. Тышҡы мөхиттә 0 градустан түбән температурала бер нисә сәғәттән үлә. Кеше ҡышын өшөгәнгә генә сирләмәй. Йүткергәндә һәм сөскөргәндә грипп менән ауырыған кешенән вирус сәселеп ҡала. Ул өй туҙанында, йыуылмаған ҡулдарҙа ла була.