Киң обойҙы нисек йәбештерергә?06.02.2015
Киң обойҙы нисек йәбештерергә? Ғәҙәттә, илебеҙҙә етештерелгән обой киңлеге 53 сантиметр була. Һуңғы бер нисә йылда иһә сит илдән индерелгән тауар бермә-бер артҡас, магазин кәштәләрендә төрлө киңлектәге обойҙар күбәйҙе. Бөгөн ремонт эшләгәндә күптәр киң обойға өҫтөнлөк бирә. Әгәр һеҙ ҙә уларға туҡталдығыҙ икән, тәүҙә уны йәбештереү үҙенсәлегенә күҙ һалығыҙ.

Өҫтөнлөгө
Киң обойҙар менән эш иткәндә, йөйҙәр әҙерәк була. Йәбештереү мәшәҡәте лә аҙ. Мәҫәлән, ғәҙәттәге киңлектәге туғыҙ таҫма обойға елем һөрткәнсе, биш таҫма обой менән эш итеүе күпкә уңайлыраҡ. Шул уҡ ваҡытта киң обойға сығымдар ҙа аҙыраҡ була: үлсәмдәге ике рулонға ҡарағанда сифаты бер үк булған киң обой һатып алыу осһоҙораҡҡа төшә.

Кәмселектәре
Стенаны обой йәбештереүгә ентекле әҙерләргә кәрәк. Әгәр улар тигеҙ булмаһа, киң обойҙы сифатлы итеп йәбештереү мөмкин түгел. Был ваҡытта обой таҫмаларын тигеҙ итеп тоташтырып булмай. Бынан тыш, әгәр стенаға бер нисә сантиметр етмәй икән, шуның өсөн генә бер рулон һатып алырға тура киләсәк. Ғәҙәти үлсәмдәгеһенә ҡарағанда, киң обой таҫмаларын стена киңлегенә тура килтереү күпкә ауырыраҡ, был материалды күберәк тотоноуға килтерә.



Вернуться назад