Доллар дарыуға ла йоғонто яһаймы?06.02.2015
Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев Өфөгә килгәнендә: «Тормош өсөн кәрәкле һәм мөһим дауалау препараттарының түбәнге һәм урта хаҡтарын көйләү өсөн закондарға үҙгәреш индерергә уйлайбыҙ», – тигәйне. Беҙ гәзит уҡыусыларға «Ћуңғы ваҡытта дарыуҙарға хаҡтың артыуына нисек ҡарайһығыҙ?» тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек.


Мөслимә ФЄХРЕТДИНОВА, хаҡлы ялда, Өфө ҡалаһы:
– Миңә бушлай бирелергә тейешле дарыу аптекала юҡ. Шылтыратып һорашып торам, әммә гел «юҡ» тигән яуапты ғына ишетәм. Үҙем һатып алыр инем, пенсиям бәләкәй. Коммуналь хеҙмәттәргә түләүгә генә лә әллә күпме аҡса кәрәк.

Дилә ХЄСЄНОВА, ике бала әсәһе, Баймаҡ районы:
– Үткән аҙнала улым сирләгәйне, әле өсөнсө көн инде ҡыҙымдың тән температураһы юғары. Дарыуҙар һатып алырға тура килде, ә уларҙың, хатта үҙебеҙҙә етештерелгәндәренең дә хаҡы артҡан. Долларҙың уларға ла йоғонтоһо бармы икән?

Зилә ДИНИСЛАМОВА, шәфҡәт туташы, Бөрө ҡалаһы:
– Дауаханала сирлеләрҙән дарыуҙарҙың ҡиммәт­ләнеүе тураһында йыш ишетергә тура килә. Єгәр хаҡтар тағы ошолай тотороҡһоҙлана башлаһа, нимә эшләрбеҙ икән? Сәләмәтлек – иң ҙур байлыҡ, тип бушҡа әйтмә­гәндәр. Ћаулыҡҡа һаҡсылыраҡ ҡарауҙан, төрлө ауырыуҙарҙы иҫкәртеү юлдарын эҙләүҙән башҡа сара ҡалмай.

Дим НУРИСЛАМОВ, студент, Сибай ҡалаһы:
– Атай-әсәйемдән дарыуҙарға хаҡтарҙың артыуы тураһында ишеткәйнем. Үҙемдең һуңғы ваҡытта уларҙы һатып алғаным юҡ, шуға бер нәмә тип тә яуап бирә алмайым.

Урал ИЛЬЯСОВ, күп балалы атай, Бөрйән ра­йоны:
– Дарыуһыҙ, витаминдарһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына килтереүе ауыр, әлбиттә. Хәлдәр былайға китһә, беҙгә, күп балалы ғаиләләргә, нимә эшләргә? Халыҡ медицинаһы тип күп һөйләһәк тә, төнәтмәләргә генә ышанып ултырып булмай бит.

А. ӘХМӘТОВА яҙып алды.




Вернуться назад