Бөйөк рус яҙыусыһы А.П. Чехов, кеше һәр йәһәттән матур булырға тейеш: кейеме лә, уйҙары ла, тигән. Һүҙ юҡ, ҡарап туйғыһыҙ күркәм кейенәбеҙ хәҙер. Тик бына уйҙарыбыҙҙың гүзәл булыуына икеләнәм.
Мин — йәш әсә, көн дә бер ҡыҙымды балалар баҡсаһына, икенсеһен мәктәпкә илтәм. Ара алыҫ ҡына булғанлыҡтан, автобуста барырға тура килә. Алдымда тәтәй кеүек кейенгән ҡыҙҙар, егеттәр ултыра. “Балалар һәм инвалидтар өсөн” тип яҙылған махсус урындарҙа ла типһә тимер, баҫһа баҡыр иҙерлек ир-егеттәр “иҙрәй” йәки затлы тун кейгән ханымдар урамды күҙәтеп бара. Әммә улар бала күтәргән ҡатынды ла, бәлтерәп бөткән әбей-бабайҙы ла күрмәй.
Ваҡыт етер, бер саҡ ошо йәштәр үҙҙәре үк әсәй, атай булыр, ҡартлыҡ та көттөрмәҫ...
Нажия ҺАҘЫЕВА.
Өфө ҡалаһы.