Исеме – халыҡ күңелендә06.02.2015
Исеме – халыҡ күңелендә Һөләймән ауылында тәүге лауреатҡа “Башҡортостан” гәзитенең Ризван Хажиев исемендәге премияһы тапшырылды
Былтыр арҙаҡлы ауылдашыбыҙ, публицист һәм яҙыусы Ризван Хажиевтың тыуыуына 75 йыл тулыуҙы республика һәм район йәмәғәтселеге матур итеп билдәләп үткәйне. Ә бына «Башҡортостан» гәзите оло шәхесебеҙҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү эшен тәүгеләрҙән башлап, баҫманың үҙ бүләген – Ризван Хажиев исемендәге премияһын – булдырҙы. Ул көн ҡаҙағына һуҡҡан темаларҙы яҡтыртып, публицистик мәҡәләләре менән гәзиттең йөкмәткеһен байытыуға тос өлөш индергән авторға бирелә.



«Башҡортостан» гәзите мө­хәр­ририәте һәм Мәсетле районы хакимиәтенең тәүге премияны тапшырыу тантанаһын Ризван Хажиевтың тыуған ауылында үт­кәреү тәҡ­димен ауыл хакимиәте, мәктәп һәм мәҙә­ниәт усағы шатланып ҡабул итте.
Бына, ниһайәт, ғинуарҙың ҡо­яшлы бер көнөндә ауылыбыҙға баш ҡаланан һәм район хаки­миәтенән мәртәбәле ҡунаҡтар килеп төштө. Уларҙы боронғо йола бу­йын­са ҡаршы алғас, иң башта мәктәп музейы менән таныштырҙыҡ. Бында Ризван За­кирхан улының ҡулъяҙма­ла­ры, китаптары, яҙыу машинкаһы һәм башҡа шәхси әйберҙәре лә урын алған. «Ауылымдың ар­ҙаҡлы шәхестәре» тигән стенд ҡунаҡ­тар­ҙа айырыуса һоҡланыу тойғоһо уятты. Ошо ерҙә тыуып үҫеп, халыҡ хужа­лығының төрлө тармаҡтарында ат­ҡа­ҙанған хеҙ­мәткәр тигән юғары исемгә ла­йыҡ булған 18(!) шәхес ту­ра­һында ҡыҫ­ҡаса белешмә урын алған унда. Му­зей­ҙағы һәм ошо стендтағы бик күп яҡташыбыҙ тураһындағы мәғлүмәтте Ризван Закирхан улы туплағайны.
Артабан сара мәҙәниәт уса­ғында да­уам итте. Ауыл клубы мөдире Асия Мө­лөкова менән китапханасы Миләүшә За­рипова матбуғат байрамын матур итеп алып барҙы. Иң тәүҙә ауыл хаки­миәте башлығы Раил Низамов, ҡунаҡтарҙы һәм тамашасы­лар­ҙы сәләмләп, Ризван Хажиев тураһында иҫтәлектәре менән ур­таҡлашты. Күрше Ләмәҙтамаҡ ауылы­ның үҙешмәкәр артис­та­ры башҡарған «Ҡәҙи­ғәт» бейеүе, Зөфәр Зәйнетдиновтың моң­ло йыры, Алһылыу Дилмөхәмәтова менән Мансур Фәтиховтың гармун көйҙәре, Ләй­сән Тәүәкәлова етәкселегендәге бе­йеү ансам­бленең сығышы алҡыштар­ға кү­мелде.
– Һеҙҙең ауылдашығыҙ Риз­ван Хажиев башҡорт публицис­ти­каһын яңы бейеклек­кә кү­тәр­гән маһир журналистарҙың бере­һе ине, – тип билдәләне «Башҡорт­остан» гәзитенең баш мөхәрри­ре Нияз Сәлимов үҙ сығышында. – Уның һәр мәҡәләһе көнүҙәк мәсьәләгә арналыуы, тос фекерле булыуы менән айырылып торҙо. Бихисап очерк һәм документаль повесть ижад иткән яҙыусы ла ул Ризван Хажиев. Үткер ҡәләмле әҙип-журналист үҙен ҡыйыу сәйәсмән итеп тә танытты. Юғары Совет депутаты булараҡ, республика­быҙҙың Дәү­ләт үҙаллылығы тураһында­ғы декларацияһын һәм Баш­ҡорт­остан Гербын ҡабул итеүгә лә ул ҙур көс һалды. Күренекле шәхес­тең исемен мәңгеләш­тереү, бө­гөнгө журналистарҙы уның кеүек ҡыйыу, ныҡыш булырға дәрт­ләндереү, иң мөһиме – башҡорт публицистикаһын үҫ­тереү һәм уға яңы һулыш биреү маҡса­тында «Башҡортостан» гәзите мөхәр­ри­риәте баҫманың үҙ пре­мияһын булдырҙы. Бөгөн Ризван Хажиев исемен­дәге премияны тапшырыу тантанаһының уның тыуып үҫкән ерендә үтеүе айырыуса ҡыуаныслы.
Бына тулҡынландырғыс мәл етте: баш мөхәррир, мәртәбәле беренсе премияға көн ҡаҙағына һуҡҡан мәҡәләләр шәлкеме өсөн танылған публицист Мәхмүт Ху­жин­дың лайыҡ булыуы тура­һында хәбәр итеп, уға Ризван Хажиев исемендәге премияны һәм лауреат билдәһен тапшыр­ҙы.
Артабан Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе урынбаҫары Фәнил Ҡоҙаҡаев һүҙ алып:
– Ризван Хажиев менән миңә иңгә-иң терәп эшләргә тура кил­де, – тине. – Ул оҙаҡ йылдар Баш­ҡортостан Журналистар сою­зы рәйесе вазифаһын баш­ҡарҙы. Бик абруйлы етәксе бул­ды, уны Мәскәүҙә лә ихтирам иттеләр. Рәсәй журналис­та­ры­ның сираттағы пленумын алып ба­рыу­ҙы нәҡ уға ышанып тап­шырыуҙары ошо хаҡта һөйләй. Ә инде Мәхмүт Хәйрүш улы – «Башҡортостан» гәзитенең Ризван Хажиев исемендәге пре­мияһына лайыҡ шәп публицист. Журналистар союзы исеменән уны ихлас ҡотлайым.
Лауреат исемен алған Мәх­мүт Хужин «Башҡортостан» гәзи­те мөхәрририәтенә һәм тантананы матур итеп ойошторған мәсетлеләргә рәхмәт белдерҙе.
Күркәм сараны йомғаҡлап, район хакимиәте башлығы урын­баҫары Гөлназ Ҡадирова:
– Республика күләмендәге са­ра­ның Әҙәбиәт йылында Һөләй­мән ауылында үтеүе беҙҙең өсөн мәртәбә, ул ауылдың абруйын да күтәрә. «Башҡортостан» гәзите етәкселегенә ар­ҙаҡлы яҡташыбыҙ Ризван Хажиевтың исемен мәңгеләштәргәне өсөн ҙур рәх­мәт, ә инде тәүге лауреат исеменә лайыҡ булған Мәхмүт Хәйрүш улына артабан да ижади уңыштар теләйем, – тине.
– Ризван Хажиев исемендәге премия­ны тапшырыу тантаналары киләсәктә лә уның тыуған ауылында үтһен ине, – тип халыҡ та үҙ фекерен белдерҙе.


Вернуться назад