“Скайп” та башҡортлаша06.02.2015
“Skype” сервисын башҡортсаға тәржемә итәләр, тип хәбәр итте проект авторы Илдар Кинйәбулатов.


— Тәүҙә мин башҡортса интерфейсты үҙем өсөн генә файҙаландым, әкренләп яңы тәржемәләр өҫтәнем, — тип һөйләне ул. — Уҙған йыл аҙағында күмәкләп эшләү отошлораҡ тигән фекергә килдем һәм «Бәйләнештә» социаль селтәрендә махсус төркөм астым. Был бурысты атҡарып сығыу өсөн беҙгә башҡортса яҡшы белгән кешеләр, тәржемәселәр кәрәк. Әлеге мәлдә һүҙбәйләнештәрҙең 60 проценты беҙҙең телгә ауҙарылған. Төп бурысыбыҙ — “Skype” сервисының рәсми пакетында башҡорт телен булдырыу.
Проектта ҡатнашыу өсөн уның координаторы Ғәлинур Байсыуаҡов менән «Бәй­ләнештә» сайты аша элемтәгә сығырға мөмкин.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 2013 йылдың октябрендә Мәскәү дизайнеры Илдар Кинйәбулатов 30 энтузиаст-тәржемәсе менән берлектә «Бәйләнештә» социаль селтәренең башҡортса интерфейсын әҙерләне. Проектты тормошҡа ашырыу алты йыл талап иткән, уның барышында 17 мең текст тәржемәләнгән, интернеттағы терминдарға ярашлы яңы һүҙҙәр уйлап сығарылған. Тәржемәселәр араһында яҙыусылар, уҡытыусылар, журналистар бар. Хәҙер башҡортса «Бәйләнештә»не теләгән һәр кем ҡуллана ала.



Вернуться назад