Рухи мираҫыбыҙ донъяға таныла06.02.2015
Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусылары Төркиә ғалимдары менән берлектә «Башҡорт халҡының эпостар йыйынтығы»н баҫтырып сығарҙы.

БДУ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеү­ҙәренсә, баҫманы әҙерләүҙә Көнсығыш телдәре кафедраһы мөдире Ғәйнислам Ибраһимов, Гази университеты профессоры Метин Эргун, профессор Әхмәт Сөләймәнов ҡатнашҡан. Текстарҙы төрөк теленә Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты магистранты Фәриҙә Айытбаева менән Эгей университеты уҡытыусыһы Ясин Кая тәржемә иткән.
Дүрт томлыҡ яңы хеҙмәт төрөк әҙәбиәтенең 100 томлыҡ антологияһын сығарыу проектына ярашлы Төрөк лингвистика йәмғиәте тарихында тәүге тапҡыр донъя күрҙе. Беренсе томда – мифологик, икенсеһендә — социаль-көнкүреш, өсөнсөһөндә — тарихи, дүр­тен­сеһендә героик эпостар урын алған. Улар араһында башҡорт халҡының «Урал батыр», «Аҡбуҙат», «Аҡһаҡ ҡола», «Ҡара юрға» әҫәрҙәре бар. Текстар башҡорт һәм төрөк телдәрендә бирелгән.
Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты уҡытыусылары һәм студенттарының күп йыллыҡ хеҙмәте һөҙөмтәһендә башҡорт халҡының бөтә эпостарын нәшер итеү мөмкинлеге тыуҙы.




Вернуться назад