Дуҫлыҡҡа, татыулыҡҡа юл08.02.2012
“Булыр бала — биләүҙән”, ти беҙҙең халыҡ. Илһөйәрлек нигеҙҙәре лә сабый күңеленә бәләкәйҙән һалынырға тейеш. Үҫеп килеүсе быуынды ошо йүнәлештә тәрбиәләү ата-әсәнең генә түгел, балалар баҡсаһы тәрбиәселәре алдына ла ҙур бурыс ҡуя.
Үҙ илен, халҡын яратҡан кеше башҡа милләттәрҙе лә ихтирам итәсәк. Стәрлетамаҡ ҡалаһының 4-се “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы эшмәкәрлегендә ошо бурыстарҙың барыһы ла күҙ уңында тотола.
Мәҫәлән, былтыр, Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылында, халыҡтар дуҫлығына арналған аҙналыҡтар үткәрелде. Төрлө милләт балалары туған телгә, Ватанға, бәхетле бала саҡҡа дан йырланы. Күләмле шиғырҙарҙы ла ҙур теләк менән тасуири итеп һөйләнеләр. Байрам һәр милләттең уйындары, йыр-бейеүе менән үрелеп барҙы. Үҙ һәләтен күрһәткән һәр балаға диплом, бүләктәр тапшырылды.
Ошо уҡ аҙналыҡ барышында рәсем конкурсы, “Минең республикам” викториналары ла бик йәнле барҙы.
Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы тағы ла бер сағыу ваҡиға менән иҫтә ҡалды — беҙҙең балалар баҡсаһына, тәжрибә уртаҡлашыу ниәтендә, немец делегацияһы вәкилдәре килде.
Шуныһын да әйтеп үтергә кәрәк: беҙҙә халыҡтар дуҫлығын нығытыуға арналған ошондай саралар элек тә даими ойошторола торғайны. Башҡорт тирмәһе, татар йорто, урыҫ горницаһы бар, улар интернациональ музейҙың түрен биҙәй. “Шәжәрә”, “Наурыҙ”, “Ҡышты оҙатыу” кеүек байрамдар балаларға яҡшы таныш. Изге йолаларыбыҙҙы киләсәктә лә һаҡлаясаҡбыҙ, үҫтерәсәкбеҙ.
Зәкиә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА,
тәрбиәсе.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Вернуться назад