Йәштәр ҙә уҡырға ярата06.02.2015
Әҙәбиәт йылы уңайынан Үҙәк балалар-үҫмерҙәр китапханаһында Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Камил Йыһаншин менән осрашыу булды.
Тамаша залына күбеһенсә йәштәр йыйылғайны, араларында “Алтын башаҡ” әҙәби берекмә ағзалары ла бар. Фойела һәр кемде китаптар, фоторәсемдәр күргәҙмәһе, Туймазы татар дәүләт театры артистары һынландырған әкиәт, әҙәби әҫәр геройҙары ҡаршы алды.
“Уҡыу – һәр саҡ модала” флешмобында ҡатнашҡан юридик колледж студенттары Әлиә Низамова менән Самат Ғәрәфетдинов, Мостай Кәримдең, Владимир Маяковскийҙың шиғырҙарын яттан һөйләп, барлыҡ халыҡты һоҡландырҙы. 1-се мәктәп уҡыусыһы Николай Нюркин, Антон Чеховтың “Алтын малай”ын тасуири уҡып, залдағыларҙы көлдөрөп тә алды. 6-сы мәктәп уҡыусылары Әлфирә Бикмәтова менән Наилә Миңлеханованың шиғырҙарын яттан һөйләне. Балалар музыка мәктәбендә шөғөлләнеүселәр кисәне йыр-моң менән биҙәне, ә сара аҙағында быйыл юбилейҙарын билдәләйәсәк башҡорт әҙиптәре хаҡында видеоролик күрһәтелде.