Мәңгелеккә бер аҙым06.02.2015
Өфөләге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының музейында “Мәңгелеккә бер аҙым” тип аталған сара үтте. Уны “Берҙәмлек” төрөкмән милли-мәҙәни үҙәге ойошторҙо.

Ростов өлкәһендә “79,9” бейеклеген алыр өсөн барған яу мәлендә дивизиянан утыҙ кеше һәләк була. Тап ошо алыш Украинаның Луганск өлкәһен дошмандан азат итеүгә юл аса.
Батыр яуҙаштарын йәнә бер тапҡыр иҫкә алып, яу юлы тураһында йәш быуынға һөй­ләр өсөн ветерандар, уларҙың балалары килгәйне. Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йортонда эшләгән милли-мә­ҙәни ойошмалар вәкилдәре, уҡыусылар ҙа был сараны әһәмиәтле тип тапты. Улар һуғыш йылдарында төшөрөлгән видео менән фото архивтарын ҡара­ны.




Вернуться назад