“ӨФӨ” Аэропорты яңыра06.02.2015
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов “Өфө” халыҡ-ара аэропортының быйыл йәй баш ҡалабыҙҙа үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек программаһына ярашлы төҙөлгән яңы терминалы менән танышты.
Аэропорттың генераль директоры Александр Андреев әйтеүенсә, төҙөлөш эштәре 85-90 процентҡа башҡарылған. Осоу залында биҙәкләү эштәре тамамланған, телескопик траптар, пассажирҙарҙы теркәү яйланмалары ҡуйылған. Ошо көндәрҙә технологик ҡорамалдарҙы монтажлау башланасаҡ.
Республика Башлығы биналарҙы ҡуртымға алыусылар менән аралашты. Атап әйткәндә, «Баба-Яга» пиццерияһы етәксеһенән кафеның исемен үҙгәртеүҙәрен һораны.
Рөстәм Хәмитов яңы терминалды хеҙмәтләндереү өсөн штатҡа нисә хеҙмәткәр ҡабул ителәсәге хаҡында ла ҡыҙыҡһынды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: дөйөм майҙаны 16 мең квадрат метрлыҡ халыҡ-ара терминал сит илдәргә сәғәтенә 800-гә яҡын пассажирҙы сығарыу мөмкинлеген бирәсәк.