Таусы һөнәре һәр саҡ абруйлы04.02.2015
 Таусы һөнәре һәр саҡ абруйлы Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинатының данлы йолаларын лайыҡлы дауам итә. Ҡала һәм төбәк үҫешенә тос өлөш индергән Сибай тау предприятиеһында әле
1 мең 944 кеше эшләй. Уртаса эш хаҡы 30612 һум тәшкил итә.

Учалы тау-байыҡтырыу ком­би­­натының Сибай филиалы дирек­торы Йәүҙәт Биккинов әй­те­үенсә, былтыр 1458 мең тонна мәғдән сығарылған. Сибай ба­йыҡтырыу фабрикаһының да эш ҡеүәте то­то­роҡло. Барлығы 1500 мең тон­на руда эшкәртелгән, 20760 тон­на­нан ашыу баҡыр концентраты етештерелгән.
Энергия ресурстарын һаҡсыл файҙаланыуға булышлыҡ иткән, заманса талаптарға яуап биргән ҡеүәтле ике ҡаҙанлыҡ сафҡа ин­де­релгән. Йылдың тәүге кварта­лын­да өр-яңы компрессор стан­ция­һы­ның эшләп китеүе көтөлә.
Предприятиены үҫтереү бу­йын­са төп йүнәлештәрҙең бе­ре­һе – геология-разведка эш­мә­кәр­­леген көсәйтеү. Шуға күрә комбинатта был йүнәлеште фи­нанс­ла­ған махсус программа булдырылған. Ҡамаған, Төньяҡ Сибай ятҡы­лыҡ­тарында разведкалау дауам итә.
Шуныһы ҡыуаныслы: баҡыр һәм баҡыр-цинк мәғдәнен етеш­тереүҙә республикала алдынғы­лыҡты бирмәгән Сибай ком­би­наты етәкселеге таусыларҙың социаль проблемаларын һәр саҡ ыңғай хәл итә, күп сараларҙың даими бағыусыһы ла. Мәҫәлән, былтыр Көнсығыш биҫтәһендә яһалма япма түшәләсәк өр-яңы футбол майҙансығы төҙөлә башланы. Объекттың дөйөм хаҡы – 2,5 миллион һум, йәй башында файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Таусыларҙан ҡалаға матур бүләк буласаҡ ул.
Уҙған йыл 30 миллион һумдан ашыу аҡса социаль мәсьәлә­ләр­ҙе хәл итеүгә тотонолһа, шуның 19 миллионы мәрхәмәтлек ниә­тендә файҙаланылған.
Күптәр алдағы осорҙоң ауыр буласағына баҫым яһаһа ла, бында киләсәккә ҙур өмөт менән бағалар. Берҙәм һәм тырыш коллектив быйыл да ҡуйылған бу­рыстарҙы атҡарып сығырға әҙер. Улар иһә аныҡ – 1,5 миллион тоннанан ашыу руда эшкәртеү, 20956 тонна баҡыр һәм 1106 тон­на цинк концентраты етеш­тереү.
Ҡасандыр ҡалаға яңы статус биргән Сибай тау-байыҡтырыу комбинатының киләсәккә ышаныслы аҙымдар менән атлауы таусыларға үҙ бурыстарын на­мыҫ менән үтәргә булышлыҡ итә, иртәгәге көнгә ышаныс уята.



Вернуться назад