Күптән инде биш балаға әсәймен. Нисә тапҡыр шул сабыйҙарға ҡушылып шатланғанмын, илағанмын, ауырығанмын һәм яңынан терелгәнмен!.. Ауылыбыҙ мәктәбендә уҙған “Әсә — шәфҡәт диңгеҙе” тигән әҙәби-музыкаль кисәнән һуң ошо кисерештәрҙең бушҡа булмағанлығына төшөндөм.
Зауыҡлы итеп биҙәлгән зал, балаларҙың үҙ ҡулы менән эшләгән бүләктәре күңелдәргә хуш килде. “Әсәйем, һин берҙән-бер генә!” тигән темаға һәр бала дүрт юллыҡ шиғыр ҙа яҙғайны. “Әсәйем, йәнем һин” йырын башҡарыуҙары кисәнең иң тулҡынландырғыс мәле булғандыр. Бай йөкмәткеле сара ойошторғаны өсөн уҡытыусы Венера Бакироваға рәхмәт.
Әсә булыу — ҡатын-ҡыҙ өсөн оло мәртәбә һәм бәхет. Биш балаға ғүмер биреүемә, көндәремдең бушҡа үтмәүенә шатланып бөтә алмайым. Иң мөһиме — минең киләсәгем бар. Йәштәргә кәңәшем шул: донъяны яратығыҙ, күп итеп бәпес алып ҡайтығыҙ! Күмәкләшеп үҫкән балалар аҡыллы, ярҙамсыл һәм эшсән була. Хөкүмәтебеҙ ҙә ишле ғаиләләргә аҡсалата ярҙам күләмен арттырып тора, төрлө льгота ла ҡаралған.
Рита ЛАТИПОВА.
Илеш районы,
Сүлте ауылы.