Һуңғы йылдарҙа Сибай урамдары танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе: күркәм яңы йорттар ҡалҡа, иҫкеләре һүтелә, яңы социаль объекттар сафҡа инә. Яңы йорт туйлағандар араһында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, уларҙың тол ҡатындары, запастағы хәрбиҙәр, етем балалар, күп балалы һәм йәш ғаиләләр бар. Шулай уҡ граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан күсереү программаһы нигеҙендә лә мохтаждар яңы фатирлы булды.Ҡаланың төҙөлөш индустрияһын “Ремстройцентр” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән башҡа күҙ алдына килтереп тә булмай. Татыу һәм берҙәм коллективтың тупланыуы, хеҙмәт күрһәткестәре, төҙөлөш мәсьәләләренә заманса һәм эшлекле ҡарашы менән айырылып торған был ҡеүәтле ойошма күп тармаҡлы хужалыҡ комплексын хәтерләтә. Рафаил Исмәғилев етәкселегендәге коллектив 2005 йылдан алып төҙөлөш майҙанында үҙ урынын лайыҡлы биләй. Йәмғиәттә 90 кеше, уларҙың уртаса эш хаҡы 23-24 мең һум тәшкил итә.
– Ҡасандыр Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты базаһында барлыҡҡа килгәйнек, – ти Рафаил Ибраһим улы. – Тәүҙәрәк комбинаттың төрлө төҙөлөш нөктәләрендә эшләнек, артабан үҙебеҙ айырым йорттар, социаль объекттар төҙөүгә батырсылыҡ иттек. Һуңғы ваҡытта авария хәлендәге йорттарҙан күсенеүселәр өсөн 24 фатирлы ике йорт төҙөнөк. Әле художество мәктәбен һалыу менән мәшғүлбеҙ. Өфөлә үткән тендерҙа тап беҙҙең ойошманың еңеп сығыуы – оло шатлыҡ. Был мәктәп ҡалабыҙҙың тыуған көнөнә иң ҙур бүләк буласаҡ.
Быйыл юбилей йылы – Сибай ҡалаһына 60 йыл тула. Уны лайыҡлы ҡаршы алыу буйынса байтаҡ эште тормошҡа ашырыу, бик күп объектты файҙаланыуға тапшырыу күҙ уңында тотола. Әлбиттә, бында “Ремстройцентр” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте мөһим урынды биләйәсәк.