“Ҡаланың юбилейын лайыҡлы ҡаршылайбыҙ”04.02.2015
“Ҡаланың юбилейын  лайыҡлы ҡаршылайбыҙ” Тағы бер йыл үтеп китте. Ғәҙәттә, яңы осор башында йомғаҡтар яһала, маҡсаттар билдәләнә. Былтыр Сибайҙа бар йәһәттән дә эш ҡыҙыу барҙы: торлаҡ һәм социаль объекттар сафҡа инде, төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бүленде. Ҡала хакимиәте башлығы Хәлит СӨЛӘЙМӘНОВ менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.

— Хәлит Хәмзә улы, үткән йыл сибайҙар өсөн нимәһе менән үҙенсәлекле булды?
— Сибай өсөн 2014 йыл мөһим ваҡиғаларға, сағыу сараларға бай булды. “Урал аръяғы-2014” II тө­бәк-ара инвестиция форумы, “Ирәндек моң­дары” төбәк-ара башҡорт йырҙарын башҡарыу­сылар конкурсы, “Ирәндек батыры” милли спорт төрҙәре буйынса II республика фестивале юғары кимәлдә үтте. Мөһим сәйәси ваҡиғаларҙың береһе — ваҡытынан алда Башҡортостан Республикаһы Президентын һайлау кампанияһында ла сибайҙар юғары ойошҡанлыҡ күрһәтте. Көнсығыш биҫтә­һендә 180 урынлыҡ балалар баҡсаһы, төбәктә беренселәрҙән булып күп функциялы үҙәк, капиталь ремонттан һуң “Рәсәй Һаҡлыҡ банкы”ның төп офисы асылды.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Көнбайыш илдәрҙең Рәсәйгә менән ҡатмарлы иҡтисади мөнәсәбәте шарттарында ла сәнәғәт етештереүе күләмен һаҡлап, бюджет бурыстарын теүәл үтәп, халыҡ тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән барлыҡ прог­раммаларҙы ла тормошҡа ашыра алдыҡ.
Былтыр ҡала предприятиелары тарафынан 11 мил­лиард 30 миллион һумлыҡ тауар етеш­терел­де. Был күрһәткес, 2013 йыл менән сағыш­тырғанда, алты процентҡа күберәк. Сәнәғәт етеш­тереүе индексы 103,9 процент тәшкил итте.
— Һуңғы йылдарҙа инвестиция форумының Сибайҙа үтеүе эшҡыуарлыҡтың яңы йүнәлеш­тәрен асырға булышлыҡ итәме? Ғөмүмән, ҡалала инвестициялар йәлеп итеү һәм яңы производстволарҙы сафҡа индереү нисек бара?
— Шуны билдәләргә кәрәк: Сибай инвестициялар йәлеп итеү йәһәтенән әүҙем эшләй. Быға шулай уҡ беҙҙә “Урал аръяғы-2014” II төбәк-ара инвестиция форумының үтеүе лә булышлыҡ итмәй ҡалманы. Мәҫәлән, “СибайУрманПром” заманса ағас эшкәртеү, “Урал аръяғы йылылыҡ блогы” йәмғиәттәре төҙөлдө. Шулай уҡ Сибай элеваторында ла ике инвестиция проекты уңышлы тормошҡа ашырыла, элекке ит комбинаты базаһында индус­триаль парк төҙөлә, бөлгөнлөккә төшкән һөт-консерва комбинаты ҡеүәттәре нигеҙендә яңы про­изводство асыу буйынса эш башланды. Былтыр Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы предприятиены үҫтереүгә 556 миллион һум капитал йәлеп итте. Был иһә яңы эш урында­ры асыу мөмкинлеген булдыра. Киләсәктә инвес­торҙарҙың һалған көсө үҙен аҡлаясаҡ тигән фекерҙәмен.
— Сибай бөгөн ҙур төҙөлөш майҙансығын хәтерләтә. Әленән-әле яңы йорттар, социаль объекттар сафҡа инә. Эш ҡайнай икән, тимәк, үҫеш тә бар...
— Тулыһынса килешәм. Ысынлап та, ҡала ҙур төҙөлөш майҙансығына әйләнде. Был — Сибай хакимиәтенең маҡсатлы һәм эҙмә-эҙлекле эше, Башҡортостан етәкселегенең даими хәстәрлеге һөҙөмтәһе. Бығаса булмағанса торлаҡ йорттар төҙөлә, юлдар асфальтлана, ҡасабаларҙа һыу үткәргес, газ селтәре һуҙыла. Былтыр 30,5 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылды, 2013 йыл менән сағыштырғанда, 34 процентҡа күберәк.
Халыҡты иҫке йорттарҙан яңыһына күсереү программаһына ярашлы, күп фатирлы 13 йорт файҙаланыуға тапшырылды, 35 ғаиләгә иҫәп­лән­гән социаль йорт төҙөлдө. 20 етем балаға унан фатир асҡыс­тары тапшырҙыҡ. Дөйөм алғанда, һуңғы дүрт йылда күп фатирлы 50 йорт һалдыҡ. Үткән быуат­тың 50-се йылдарында барлыҡҡа килгән кварталдар ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе.
Алтын ҡасабаһында 115 урынлыҡ балалар баҡсаһы, уңайлыҡтары, күргәҙмә залы булған өр-яңы Сибай художество мәктәбе төҙөлә. Шулай уҡ ҡалала юлдарҙы төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бүленә. 1990 йылдарҙан бирле асфальт яңыр­тыл­маған ине. Үткән дүрт йылда был эшкә 170 миллион һумға яҡын аҡса бүленде. Үҙәк урам­дарҙа, Алтын ҡасабаһында, Сибай аша уҙған Ира — Магнитогорск юлы яңыртылды, күп ҡатлы йорт ихаталары яңынан асфальтланды. Көньяҡ ҡаса­баһының яңы урамдарында йәшәгәндәр йорттарына “зәңгәр ут” тоташтырып ҡыуанһа, Арҡайым, Алтын, Таулы ҡасабаларында һыу торбалары һуҙылды.
— Быйыл илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 70 йыл­лығын ҡаршылай. Был йәһәттән ҡалала нин­дәй эштәр алып барыла? Торлаҡҡа сиратта торған һуғыш ветерандары бармы?
— Беҙҙең ҡалала 64 һуғыш һәм 545 тыл ветераны йәшәй. Шуларҙан туғыҙ кеше торлаҡҡа мохтаж. 9 Май байрамына әле төҙөкләндереү эштәре барған Үҙәк майҙан сафҡа инәсәк, Еңеү паркында реконструкция тамамланасаҡ. Был мөһим сараға әҙерлек башланды, һуғыш һәм тыл ҡаһарман­дарын лайыҡлы тәбрикләйәсәкбеҙ.
— Сибайҙар өсөн быйылғы йыл икеләтә әһәмиәтле, сөнки ҡала 60 йыллыҡ юбилейын ҡаршыларға йыйына.
— Эйе, быйыл ҡала күркәм юбилейын билдә­ләй. Әммә ул байрам ғына түгел, ныҡышмалы хеҙмәт, тырышлыҡ талап иткән ҙур эш тә. Тантаналы сараға әҙерлек 2014 йыл башында ҡабул ителгән планға ярашлы атҡарыла. Ул яңы объект­тарҙы сафҡа индереү, ҡаланы төҙөкләндереү, төрлө мәҙәни тамашалар, спорт ярыштары үткә­реүҙе үҙ эсенә ала. Арҙаҡлы шәхестәрен, тарихын, предприятие һәм ойошмалары тураһында мәғ­лүмәтте сағылдырған Сибай энциклопедияһы донъя күрәсәк.


Вернуться назад