Йәйғор төҫөндәге сариҙар, күңелдәргә үтеп ингән йыр-бейеү, мөхәббәт менән тулы кинолар, барыһы маҡтай-маҡтай эскән хуш еҫле сәй... Ана шулай ҡабул итә торғайны беҙҙең ил халҡы алыҫ Һиндостанды. Баҡтиһәң, был илдә үҙенә ылыҡтырырлыҡ серҙәр бихисап икән. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Һиндостандың Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Пунди Шринивасан Рагхаван менән осрашыуҙа киләсәктә хеҙмәттәшлекте нығытыу хаҡында һөйләште.
– Һиндостан менән Башҡортостан араһында сауҙа күләме үҫә. Былтыр ул 400 миллион доллар тәшкил итте. Был 2013 йылға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк. Уны йәнә ике мәртәбәгә арттырғанда тағы ла яҡшыраҡ булыр ине. Әлегә беҙҙең аралағы бәйләнеш ул тиклем ныҡ үҫешмәгән, – тине республика Башлығы. – Беҙгә һеҙҙән инвесторҙар йәлеп итеү отошло булыр ине. Дарыу етештереү өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү зарур. Һиндостан – мамыҡ, туҡыма, йөн, тире етештереү һәм һатыу буйынса донъяла танылған ил. Ә Башҡортостанда урман сәнәғәте комплексы үҫешкән. Шулай уҡ ауыл хужалығы өлкәһендә лә файҙалы проекттар бар.
Рөстәм Хәмитов менән Пунди Шринивасан Рагхаван артабан ике аралағы бәйләнеште нығытыу йүнәлештәрен билдәләне. Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында Һиндостандан 65 студент белем ала. Илсе киләсәктә был өлкәлә лә дуҫлыҡты нығытыу кәрәклеген әйтте.