Ҡартайғанда... ат ҡарағы04.02.2015
Ҡартайғанда... ат ҡарағы Енәйәтселәрҙе беҙ йышы­раҡ йәш кешеләр тип күҙ алдына килтереп өйрән­гән­беҙ. Ысынлап та, аҡыл өйрәтеп, бар фиғел-холҡо менән үрнәк булырға тейешле кешенең ниндәйҙер яуызлыҡ ҡылыры башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Шулай ҙа оло йәштәгеләрҙең дә төрлөһө була.

Хәниф, пенсия йәшенә яҡын­лашыуына ҡарамаҫтан, яңғыҙы йәшәй. Юҡ, ҡасандыр уны яратып тормошҡа сыҡҡан ҡатыны ла, балалары ла бар ине. Әммә, халыҡ теле менән әйткәндә, тапҡанын да тик хәмергә ал­маш­тырырға әҙер булған “эт ялҡа­уы”нан ҡатыны ҡ­асып ҡайтып китә. Ике балаһы атаһының юҡ­лығын һиҙмәй ҙә, буғай.
Совхозда иҫәпкә бар, һанға юҡ рәтендә йөрөй ул. Эшкә сыға алмаған саҡтарында бригадир уның йортона килеп әрләй, оҙаҡ­лап китһә, эштән ҡыуалар. Тик, йәлләп, бер аҙнанан яңынан алалар. Етмәһә, ул саҡта һәр кеше мотлаҡ эшләргә тейеш була. Заманалар үҙгәреп киткәс, уны йортона килеп әрләп йөрөү­селәр ҙә юҡҡа сыға. Һәр кем үҙ йүнен үҙе күргән ваҡыт етә. Ир уртаһын үт­кән әҙәм балаһы бө­төнләй эшһеҙ тороп ҡала. Яң­ғыҙы йәшә­гән кеше янына үҙе кеүектәр генә эйәләй. Кемдер шешәһен, икен­сеһе икмә­ген тотоп килә.
Был йорт тиҙҙән бар ауылдың мәхшәренә әүерелә. Тәртипһеҙ­лек булған ерҙә енәйәт тә ҡы­лына, йыш ҡына берәйһен “Ашы­ғыс ярҙам” менән оҙа­та­лар. Бер ҡайҙа ла эш­ләмәгән был ҡатлам кешеләре төнгө кәсепкә лә йыш сыға. Кемеһелер тотолоп төрмәгә ултыра, икен­се­ләре шартлы хөкөм менән ҡото­ла. Бындай тормош йылдарға һуҙыла. Бәлки, Хәниф тә, ҡайһы бер әшнәләре кеүек, күп эсеүҙән был донъя менән хуш­лаш­ҡан булыр ине. Әммә уны ҡапыл ауырып китеп, оҙайлы ваҡытҡа дауаханаға эләгеүе ҡот­ҡара. Өс айҙан ашыу дауахана түшәгендә аунаған Хәнифкә баш­ҡа бер ҡасан да эсергә яра­мағанын әйтәләр. Хәйер, уның үҙенең дә “йәшел йылан”ға хәле ҡалмаған була.
Ҡайтҡас, ул яңғыҙ йәшәүен да­уам итә. Хәҙер инде кисәге шешә­ләштәрен йортона тамаҡ хаҡына ғына индерә башлай. Олоғая барған һайын янындағы кешеләр­ҙең тормошона ҡыҙыға ул. Барыһы ла теттереп донъя көтә. Хәниф уларға ҡарап көн­ләшә, йәне көйә. Ҡатыны­ның һа­ман яңғыҙ булыуын бе­леп, уға бара. “Яңылышҡанмын, ғәфү ит, балаларыбыҙ хаҡына!” – тип ялбара. Тик ҡатыны мыҫҡыллы йылмайып: “Бала­ларың иҫеңә төш­төмө ни? Әл­биттә, хәҙер бит уларҙы үҫ­те­рергә, төн йоҡламай ҡарарға, дауа­ханаларға йөрө­төр­гә түгел. Беҙ икмәккә аҡсаны ҡайҙан табырға белмәй ултыр­ғанда, һин рәхәтләнеп типтереп йәшәнең. Мин Хоҙайға һинән ҡот­ҡарғанға рәхмәт уҡып бөтә алмайым!” – ти.
Бар өмөтө ғаиләһенә ҡайтыу­ҙа булған Хәнифтең күңеле бөтөнләй төшә. Янында гөр­ләтеп йәшәгән кешеләрҙе тағы ла нығыраҡ күрә алмай башлай ул. Төрлө учреж­дениеларға ялыу яҙыу, шифаха­наға юллама таптырыу менән көнөн үткәрә. Унан бер ауылда­шының йылҡы малы һәр саҡ иркен йөрөгәненә иғтибар итә. Көн һа­йын төнгө­лөк­кә ҡарауһыҙ сыға­рылған аттар уға тынғы бирмәй. “Шу­лар­­ҙың береһен генә һатҡанда ла күпме аҡса эшләп була!” – тип хыяллана ул. Хәниф аттарҙы аңдый башлай. Береһен урларға ҡарар итә. Күп тә үтмәй, ул был мәкерле уйын тормошҡа ашыра.
Атын юғалтҡан кеше шунда уҡ полицияға хәбәр итә. Тәф­тиш­селәр төнгө ҡараҡты асыҡ­лау өсөн кешеләрҙән күрһәтмә ала баш­лай. Урамда йөрөгән йәштәр төнөн Хәнифте күреү­ҙәре тура­һында белдерә. Шулай итеп, ҡараҡ тотола. Ул бар ғәйебен таный. Тик атты ҡайҙа оҙатыуы тураһында ғына әйтер­гә теләмәй. Күрәһең, был уның үҙенән көслөрәк кешеләрҙән ҡурҡыуы булғандыр.
Судты Хәниф тикшереүһеҙ генә алып барыуҙы үтенде. Уның бар ғәйепте таныуын иҫәп­кә алып, дөйөм режимлы ко­ло­нияға ебә­рергә ҡарар иттеләр. Шулай уҡ Хәниф зыян күреүсегә урланған ат өсөн 40 мең һум аҡсаны ла ҡайтарып бирергә тейеш. Шулай итеп, яңғыҙ нисек йәшәргә бел­мәгән Хәниф­кә үҙ ғү­ме­рен рәшәткә артында үткәрер­гә тура киләсәк.
Эйе, йыл һайын көҙ яҡын­ла­шыу менән мал юғала. Ҡайһы саҡта енәйәтселәрҙең өйөр-өйөр йылҡыны алып китеүҙәре аптырата. Уларға үҙебеҙҙең аранан кемдер ярҙам итеүе көн кеүек асыҡ. Уйлап ҡараһаң, ситтәр баймаҡтарҙың малы ҡайҙа һәм нисек йөрөгәнен ҡайҙан белһен? Ошондай әҙәм аҡтыҡтарының кеше рәнйешенән ҡурҡмау­ҙары, үҙҙәрен был донъяға мәңгелеккә кил­гән кеүек тотоуҙары аптырата. Хәйер, ба­ры­һын да ваҡыт күрһәтер, сөнки һәр енә­йәт өсөн, иртәме-һуңмы, барыбер яуап тоторға тура киләсәк.









Вернуться назад