Ул ҡабыҙған уттар һүнмәне04.02.2015
Ул ҡабыҙған уттар һүнмәне Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Бәхти Ғайсин – ғүмерен ижадҡа, йыр-моңға бағышлаған күренекле композитор, сәнғәт эшмәкәре.

Ауырғазы районы егете ижад юлын М. Ғафури исе­мендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында кон­цертмейстер булып башлай. Тап ошо осорҙа ком­позиторҙың беренсе му­зы­­каль әҫәрҙәре донъя күрә. Ә 1960 йылда Х. Әхмәтов исе­мендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә килгәс, бында буласаҡ кәләше Фәриҙә Ҡудаше­ваны осрата. Шулай дан­лыҡлы йырсы менән иңгә-иң терә­шеп, башҡорт эстрада сәнғәтен үҫтереү­гә, байытыуға ҙур өлөш индерәләр.
Бәхти Ғайсин “Яҙғы урман”, “Кермә төшкә, төшмә иҫкә”, “Һөйһә лә, һөймәһә лә”, “Мыйыҡ үҫтереп ҡарайым”, “Билдәһеҙ һалдат”, “Торналар киткәндә” һәм башҡа билдәле йырҙары менән тамашасы күңелен әсир итте. Фәриҙә Ҡуда­шеваға булған һөйөү емеше булып “Гел генә”, “Бөгөлә ҡайын”, “Һау­буллашыу йыры”, “Һары һан­дуғас, ҡара ҡарлуғас”, “Ярамайға ҡарамай”, “Яратам мин һинең көлөүеңде”, “Ике аҡҡош” йырҙары тыуа. Мәшһүр моң эйәһенең был әҫәрҙәре башҡорт эстрадаһының алтын фондын тәшкил итә. Республикабыҙҙа беренсе инструменталь ансамбль төҙөүҙә лә әүҙем ҡатнашып, күп йылдар уны етәкләй.
Бәхти Ғайсиндың сәнғәтте үҫтереүгә, хал­ҡыбыҙҙың данын арттырыуға һалған хеҙ­мәте юғары баһаланды. Өфөлә ул йәшә­гән өйгә мемориаль таҡтаташ ҡуйылды, Талбазы ауылындағы музыка мәктәбе уның исемен йөрөтә, ә тыуған ере Кешәннелә музейы эшләй.
Филармония ла үҙенең моңло артисын онотмай. “Беҙ ҡабыҙған уттар һүнмәһен” концерттар циклының дүртенсеһе Бәхти Ғайсин иҫтәлегенә арналған. 7 февралдә күренекле артисты хәтергә алып, Бәхти моңона сорналып ял итергә рәхим итегеҙ, дуҫтар!




Вернуться назад