Өлкәндәр ҙә заман арбаһында08.02.2012
“Өлкән йәштәгеләр өсөн халыҡ университеты” программаһына ярашлы, Юлдыбай ауылындағы 80-се һөнәрселек лицейында компьютер серҙәренә өйрәтеү буйынса курс ойошторолдо.
Лицейҙың информатика уҡытыусыһы Минзәлә Нәҙерғолова ике тиҫтәгә яҡын өлкән йәштәгеләрҙе 20 сәғәтлек программа буйынса уҡытты.
Шуныһы ҡыуаныслы: пенсионерҙар араһында замандан артта ҡалырға теләмәүселәр күп. Мәҫәлән, Тәнзилә Абдуллина, Хәфизә Амантаева, Эльмира Сараева һәм Татьяна Ихсанова бик ихлас шөғөлләнде. Аҙаҡ әүҙем тормоштан айырылырға теләмәгән “студенттар”ға таныҡлыҡ тапшырылды.
Имам-хатип Йәғәфәр Үтәшев хаҡлы ялға сыҡҡан кешеләр тураһында хәстәрлек күргәндәре өсөн етәкселәргә рәхмәтен еткерҙе.
Фәрит РӘМОВ.
Йылайыр районы,
Юлдыбай ауылы.


Вернуться назад