Маллы кеше аҡтан өҙөлмәҫ08.02.2012
Өҫтәлендә һөтө, ҡаймағы, майы, эремсеге булған кеше элек-электән хәллеләр рәтендә һаналған. Был ризыҡтар йорт хужаларының уңғанлығы тураһында һөйләй.
Николаевкала ғүмер кисергән Нәйлә менән Айҙар Аҙнабаевтар ҙа мал ярҙамында донъяларын бөтәйтергә тырыша. Өс бала үҫтереүсе йәш ғаиләгә йөктө тартыу ауырға төшә, сөнки өлкән ҡыҙҙары Алина лицей-интернатта, Арыҫлан менән Вилдар Николаевка башланғыс мәктәбендә белем ала. Улар әлегә атай-әсәйгә әллә ни ярҙам күрһәтә алмай. Бына шуға ла бөтә ауырлыҡ Нәйләнең иңенә төшә. Уларҙың хужалығында 18 һыйыр малы, дүрт бейә, һарыҡ-кәзә бар. Айҙар Аҙнабаевҡа, мал табибы булғас, тирә-яҡ ауылдарға ла йөрөргә тура килә, ҡайһы саҡта һуңлатып ҡына ҡайтып инә. Үҙ эшенә намыҫ менән ҡараған белгестән халыҡ бик ҡәнәғәт.
— Әсәйем колхозда һауынсы булып эшләгәндә, һәр ваҡыт ярҙам итә торғайным, — тип һөйләй Нәйлә Аҙнабаева. — Шуға ла 5–7 һыйыр һауыуҙың әллә ни ауырлығын тоймайым. Арыта, әлбиттә. Иртә таңдан алып ятып киткәнсе мал менән мәж киләһең.
Николаевка менән Мәхмүттә күпләп мал тотоп йәшәүселәр байтаҡ. Улар бына тигән итеп донъя көтә, балалар үҫтерә. Боронғолар, аҡлы кеше — бәхетле кеше, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндер.
Зөлфиә СӨЛӘЙМӘНОВА.
Белорет районы.


Вернуться назад